+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль , 14:24

#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!

Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары 1-сенән алып 9-сы синыфҡа тиклем, 2024 йылдың 1-се яртыһына "Аманат" журналына дәррәү яҙылды!

#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!

#Аманат_журналы
Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!

Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары 1-сенән алып 9-сы синыфҡа тиклем, 2024 йылдың 1-се яртыһына "Аманат" журналына дәррәү яҙылды!
Яратып уҡыған, алдырған, йөкмәткеле, төрлө темаларҙы яҡтыртҡан, сағыу конкурстар ойоштороп уҡыусыларҙы ҡыуандырып-дәртләндереп торған милли баҫмаларыбыҙҙың береһе ул “Аманат”! Журналдан Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары бер ҙә айырылғаны юҡ. Балалар журналды уҡып ҡына ҡалмай, конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай!

Үткән аҙнала журналдың яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова менән мәктәптә күңелле осрашыу үтте. “Аманат”ҡа дәррәү яҙылған барлыҡ синыфтарға ла редакцияның Маҡтау билдәләре, яҙҙырыуҙы әүҙем ойоштороусы синыф етәкселәренә Рәхмәт кәлимәләре тапшырҙы. Ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләүсе “Аманат” журналы менән артабан да дуҫ булып ҡалырға, конкурстарында әүҙем ҡатнашырға өндәне.

Фәнилә Иҙрисова,

Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡытыусыһы.

#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
#Аманат_журналы Бөтөн мәктәп менән "Аманат"ҡа!
Автор:Аманат
Читайте нас: