-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май , 12:00

#элек_хәҙер_Башҡортостан

«Башҡортостандың мәктәп системаһын модернизациялау» өҫтөнлөклө төбәк проекты сиктәрендә дөйөм алғанда 7,8 млрд һумға белем усағы 

#элек_хәҙер_Башҡортостан
#элек_хәҙер_Башҡортостан

#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе. Мәктәп ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөтә.

Спорт мәктәбенең 1973 йылда төҙөлгән бинаһына, 28 йылдан һуң, тәүгә капиталь ремонт башҡарылған. Мәктәптә 400-гә яҡын бала волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, тхэквондо, милли көрәш менән шөғөлләнә.

Гимнастика, көрәштең төрлө төрҙәре өсөн яңы залдар, тренажер, универсаль, шахмат залдары һәм бар уңайлыҡтары булған кейем алмаштырыу бүлмәләре барлыҡҡа килгән. Спорт мәктәбен яңы мебель, заманса тренажерҙар һәм инвентарь менән йыһазландырғандар. Бинаның коммуникациялары алмаштырылған

📌 Һуңғы биш йылда республикала 140 мәктәп бинаһы, колледждарҙың 22 уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡтары тәртипкә килтерелгән, шулай уҡ биш өҫтәмә белем биреү учреждениеһы төҙөкләндерелгән.

 Баҡалы ауылының 2-се урта мәктәбе капиталь ремонт үтте.
 Капиталь ремонт барышында мәктәп биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: канализация һәм һыу менән тәьмин итеүҙең тышҡы системаларын, йылытыу селтәрҙәрен алмаштырғандар, балалар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ял урыны эшләгәндәр, бордюрҙар ҡуйғандар, ашхана бинаһының ҡыйығын яңыртҡандар, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлағандар, тротуарҙарға асфальт түшәгәндәр.

 Белем усағы «Башҡортостандың мәктәп системаһын модернизациялау» өҫтөнлөклө төбәк проекты сиктәрендә ремонтланған. Был проект буйынса 2022 – 2023 йылдарҙа дөйөм алғанда 7,8 млрд һумға 140 бинаны тәртипкә килтергәндәр. Ә 2024 йылда 31 мәктәпте ремонтлау планлаштырыла.

 

#элек_хәҙер_Башҡортостан
#элек_хәҙер_Башҡортостан
#элек_хәҙер_Башҡортостан
#элек_хәҙер_Башҡортостан
#элек_хәҙер_Башҡортостан
Автор:Аманат
Читайте нас: