Байрамға саҡырабыҙ!
Бөгөн Өфөлә, күләмле әҙәби сара башланды. Совет майҙанында, II Халыҡ-ара “Китап-байрамы” йәрминкәһенең беренсе көнө тамамланыуға килә.
Рәсәйҙең18 төбәгенән 220-нән ашыу нәшриәт ҡатнаша. 25-26 май байрам саралары дауам итәсәк.
Балалар өсөн ҡыҙыҡлы программалар ойошторолған. Был байрамда арзан хаҡҡа “Аманат” журналына яҙылып ҡалырға була.
Йәрминкә 10.00- 22.00 сәғәткәсә эшләй. Инеү бушлай.