+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь , 13:49

Белем усағы яңыртылды

Баймаҡ лицей-интернаты капиталь ремонттан һуң полилингваль итеп үҙгәртелә.

Белем усағы яңыртылды
Белем усағы яңыртылды

Баймаҡ лицей-интернаты капиталь ремонттан һуң полилингваль итеп үҙгәртелә. Бөгөн белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә мәктәптә комплекслы ремонт эштәре бара. Программа бинаны ремонтлауҙан тыш, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе, дәреслектәрҙе һәм уҡыу әсбаптарын 100% яңыртыуҙы, терроризмға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре алып барыла. Төҙөүселәр билдәләүенсә, эш ырай, бригадаға татыу һәм үҙ эшенең оҫталары йыйылған. Шулай уҡ учреждение биләмәһендә төҙөкләндереү эштәрен алып барыу һәм ҡорамалдар һатып алыу буйынса сауҙалашыу үткәрелгән.

«Лицей-интернатыбыҙҙың тулыһынса үҙгәрә барыуына бик шатбыҙ. Сөнки полилингваль мәктәптәр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, улар ҡарамағында күп функциялы киңлектәр асыла, уҡыусыларҙың ижады өсөн шарттар тыуҙырыла. Шуға беҙҙең коллектив республика Башлығы Радий Хәбировҡа, республика хөкүмәтенә, мәғариф министрлығына, район етәкселегенә бик рәхмәтле», — ти лицей-интернат етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илнур Дәүләткилдин.

Әйткәндәй, һуңғы биш йылда Баймаҡ районында ғына бер нисә белем усағы яңыртылды. Иҫке Сибай ауылында 375 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлгән, мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә 3-сө, 1-се мәктәптәр, 4-се лицей, шулай уҡ Темәс, Ниғәмәт, 1-се Төрөкмән ауылдары мәктәптәре капиталь ремонтланған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-31/baymakskiy-litsey-internat-posle-kapitalnogo-remonta-stanet-polilingvalnym-3792710

Автор:Әлфиә Әһлиуллина

Башинформ

Белем усағы яңыртылды
Белем усағы яңыртылды
Автор:Аманат
Читайте нас: