1 июнь көнө Арт-квадратҡа “Мин башҡортса һөйләшәм” тигән башҡорт теленең ғаилә фестиваленә саҡырылғайныҡ. Мин түгел инде, минән былайыраҡтар бар бит симйәлә. “Таһир, Тәлғәт, Сара” тип тороп төбәп ҡағыҙ ебәргәйне ойоштороусылар. Быларҙы мин йыйып алып барырға тейеш инем. Тик Тәлғәттәрҙе атаһы ебәрмәне. Төрлө сәбәптәр арҡаһында инде, үҙе ҡырҙа эштә, шуға ныҡышып торманым.
Ҡара батырҙы алып сыҡтыҡ һәм шул йөрөүҙә “әл дә Тәлғәттәрҙе лә эйәртмәгәнмен” тип ҡыуанып бөтә алманым. Аталары “һин улар менән с ума сойдешь” тип дөрөҫ әйткән икән. Сөнки бер баланан телде арҡыры тешләп ҡайтылды. Тәҡәтһеҙ эҫе булды, быныһы – бер. Малайҙы тотоп тыйып булмай, быныһы – ике. Кеше балалары шым ғына ҡарап тик ултыра, беҙҙеке майҙан уртаһындағы кубиктарға менеп ятмаҡсы, арттағы ҡурсаҡ сәхнәһен тиреп һалмаҡсы, күргәҙмәләге төлкө тиреләрен ҡойроҡтарынан һөйрәмәксе, йырсыларҙың аяғы аҫтында уралмаҡсы һәм башҡалар. Унан ҡалһа тора ла башы һуҡҡан яҡҡа сабып китә. Шулайыраҡ фестивалить иттек ул көндө. Шулай ҙа балалар өсөн матур башҡортса сара үткәреүҙәре бик оҡшаны. Афарин, ойоштороусылар! Ҡара батырҙың өләсәһе Миләүшә Ҡаһарманованың https://vk.com/milyasha_kagarmanova сәхифәһенән