21 июнь - иң оҙон көн
21 июнь – уникаль көн. Яңы ай тыуған (19 июнь Ай тотолдо), йәйҙең иң оҙон көнө. Йәғни, Ҡояштың көслө энергияһы аҫтында буласаҡбыҙ. Етмәһә, 21-25 июнь магнит тулҡындары ла көслө буласаҡ, тип фаразлайҙар. Астрологтар был көндө теләктәр теләү кәрәк, ҡояш энергияһы уларҙың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итә ала, ти. Ай тулғанда яңы эштәр башлау яҡшы. Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән.
Был көндө ата-бабаларыбыҙ айырыуса, изге теләктә булған. Тауҙарға менеп, ҡысҡырып, ысын күңелдән изге теләктәр теләгән. Бер юлы 5 намаҙ уҡыған, үҙҙәре менән саф шишмә һыуы алып барып, уны тирә-яҡҡа бөрккән. Шулай уҡ дөйөм табын ҡороп, ҡояш формаһында булған ашамлыҡтар ҡуйылған. Бер-береһенә изге теләктәр теләп, самауыр сәйе эскән.