Бөгөн Хәйҙәрованың Бөтә Рәсәй "Ҙур тәнәфес" конкурсында 5–7-се синыф уҡыусылары араһындағы ярышта финалға сығыуы билдәле булды.
Камиләнең кәңәшсе-тәрбиәсеһе – Ләйсән Ғилман ҡыҙы Ишемғужина. Был еңеү – уларҙың икеһенең дә ҡаҙанышы.
Финал "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә үтә. Шулай итеп, Камиләгә "Артек"ка юл төшөп тора.
Камилә – тирә-яҡ мөхитебеҙ, йәшәйешебеҙ өсөн яуаплылыҡ тоя торған кешеләрҙең береһе. ВК-лағы сәхифәһендә ул былтырлы-быйыллы эшләгән файҙалы ғәмәлдәренә үҙенсәлекле отчет яҙған.
"Хәстәрлек менән тулы йөрәк" пунктына бик күп әйбер һәм уйынсыҡтар йыйып, мохтаждарға таратылһын өсөн сиркәүгә илтеп биреүе, "Еңеү тәҙрәләре"ндә ҡатнашыуы, МХО-лағы яугирҙәргә ярҙам саралары тураһында яҙа. Ә "Киләсәккә өлөш" тигән пунктта Камилә урмандарҙы һаҡлау маҡсатында бик күп макулатура йыйып тапшырыуы, синыфының ҡағыҙ йыйыуҙа беренсе урын алыуы тураһында хәбәр итә. Бәләкәй эштәрҙән ҙур файҙа йыйыла, тип ҡыуана Камилә.
"Бергә беҙ көс" тигән өлөштә ирекмәнек эштәрендә, өмәләрҙә ҡатнашыуы, ҡышҡы һалҡындарҙа хужаһыҙ хайуандарҙы ашатыуы тураһында яҙған.
Камиләнең: "Һәр бәләкәй аҙым – яҡшы киләсәккә оло аҙым", – тигән һүҙҙәре менән кем килешмәһен!
Яҡшылыҡ, изгелек менән илһамланған Камилә кешеләргә ыңғай энергия таратыу, донъяны яҡтыраҡ, йылыраҡ, сафыраҡ, изгелеклерәк итеү тураһында хыяллана. Ҡаҙаныштары, бәхетле бала сағы өсөн ғаиләһенә рәхмәтле.
***
"Ҙур тәнәфес" конкурсы – "Мәғариф" милли проектының бер өлөшө, ул 1-10 синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн үткәрелә. 2020 йылдан башлап был конкурста 5 миллиондан ашыу уҡыусы, студент һәм уларҙың кәңәшсе-тәрбиәселәре ҡатнашҡан. Конкурс 12 йүнәлештә үткәрелә, фән һәм технологияларҙан алып сәнғәт һәм ижадҡа тиклем һәр кем үҙ һәләттәрен күрһәтә.
Сығанаҡтар: 123-сө лицейҙың ВК-лағы рәсми сәхифәһе, Камилә Хәйҙәрованың ВК сәхифәһе.