+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь , 12:09

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан ирекмәндәре «Патриот» паркында 15 мең шәм тоҡандырҙы

21 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы майҙанында, Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар менән бергә, «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акцияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Төбәк етәксеһе Рәсәй тарихындағы иң фажиғәле даталарҙың береһе булған Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

– 83 йыл элек, мәкерле рәүештә, Советтар Союзына ҙур юғалтыуҙар, емереклектәр алып килгән, кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғыш башланды. Ул 27 миллиондан ашыу совет гражданының – хәрбиҙәрҙең, оло йәштәгеләрҙең, балаларҙың, тыныс халыҡтың – ғүмерен өҙҙө. Был халҡыбыҙ тарихындағы ҙур фажиғә һәм ауыр яра, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ – ошо ҡот осҡос һуғышта еңеүселәр, һәм беҙ бының менән һәр ваҡыт ғорурланырбыҙ. Ошо көн хаҡында тотош илебеҙҙең хәтерләүе бик яҡшы, сөнки был датаны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ул беҙгә көс, ниндәй илдә йәшәүебеҙҙе аңлау һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманығын баһалау мөмкинлеген бирә. Әммә бөгөн беҙ йәнә нацизмға ҡаршы көрәшергә мәжбүрбеҙ, ир-егеттәребеҙ – йәнә алғы һыҙыҡта. Улар, Бөйөк Еңеү иҫтәлегенә тап төшөрмәй, хәрби бурыстарҙы лайыҡлы хәл итә, беҙҙе, Ватаныбыҙҙы һаҡлай.

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған иҫтәлекле саралар республиканың күп ҡала һәм райондарында уҙғарыла, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

«Патриот» паркы майҙанында ирекмәндәр тоҡандырған 15 мең шәмдән масштаблы ут картинаһы барлыҡҡа килде. Шул рәүешле республика 2009 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн алдынан уҙғарылған «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

1941 йылдың 22 июнендә фашист Германияһы, һуғыш иғлан итмәйенсә, Советтар Союзына һөжүм итә. Башҡорт АСССР-ынан фронтҡа 700 меңдән ашыу һалдат китә, уларҙың 300 меңгә яҡыны яуҙа һәләк була. Һуғышта илебеҙҙән 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлә.

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк Башлығы «Хәтер шәме» патриотик акцияһының ни өсөн «Патриот» паркында ойошторолоуына асыҡлыҡ индерҙе.

– Сараны бында үткәреүебеҙ символик мәғәнәгә эйә. Илебеҙгә, нацизмға ҡаршы тороу һәм киләсәк өсөн көрәшеү өсөн, яңынан ҡорал алырға тура килде. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин, аҙаҡҡа тиклем барасаҡбыҙ, тип белдерҙе, сөнки, әгәр махсус хәрби операцияла туҡталһаҡ, Рәсәйҙе дәүләт булараҡ юғалтабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Бөйөк Еңеүҙе, һуғыш һөҙөмтәләрен, унда совет һалдатының ролен кәмһетеп ҡарарға бирмәйәсәкбеҙ. Мин был урындан, ошо майҙандан йәш егеттәрҙең нисек яуға китеүе хаҡында һөйләнем. Ата-бабаларыбыҙ кеүек, улар ҙа ҡулдарына ҡорал алды һәм хәҙер Ватаныбыҙҙы яҡлап лайыҡлы алыша. Тимәк, егеттәребеҙ барыһын да дөрөҫ аңлап эш итә. Шуға күрә патриотик тәрбиә, хәрби-тактик әҙерлек менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк.

Автор:Аманат
Читайте нас: