Радий Хәбиров «Патриот» паркында Башҡортостан ирекмәндәре менән осрашты
21 июндә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында үткән осрашыуҙа бөтәһе 300 кеше ҡатнашты.
Ирекмәндәр лагеры йәмәғәт берекмәләре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм муниципаль ирекмәндәр штабы вәкилдәрен бер урынға туплаған. 22 июндән 24-енә тиклем улар бында ирекле эшмәкәрлеккә мотивацияны арттырыуға, иң яҡшы социаль эш тәжрибәләре менән алмашыуға, активистарҙың ижади һәм мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән уҡыу курсы үтә.
Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы республиканың ирекле хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.
– Һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек хәрәкәте йәмғиәтебеҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең ярҙамдан тыш килеп тыуған күп мәсьәләләрҙе хәл итеүе ауыр булыр ине, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Ирекмәндәр беҙгә коронавирус менән көрәшергә ярҙам итте, кешеләргә булышты: медицина учреждениеларында эшләнеләр, аҙыҡ-түлек йыйылмалары әҙерләнеләр һәм ташынылар. Янғындар осоронда төпкөл райондарҙа ут менән көрәштеләр. Ә бөгөн ирекмәндәрҙең ҙур армияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрә. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла – һеҙҙең иңегеҙгә һалынған ҙур эш. Барыбыҙға ла ныҡлы терәк булдығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Төбәк етәксеһе шулай уҡ ирекле хәрәкәт активистары менән даими аралашыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Республикабыҙҙың ирекмәндәр армияһы бик ҙур. Дүрт миллионлы Башҡортостанда 138 мең ирекмән рәсми теркәлгән. Һуңғы ваҡытта улар араһында «көмөш» ирекмәндәр – өлкәндәр һәм оло йәштәгеләр – арта бара, улар ҙа халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә. Һәм һеҙ барығыҙ бергә бик ҙур көскә эйәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шәхсән минең өсөн, идара итеү командаһы өсөн һеҙҙең менән бындай осрашыуҙар бик мөһим. Аралашыу барышында ирекмәндәр хәрәкәтен артабан үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә һеҙҙән һорауҙар һәм уртаҡ эшебеҙҙе нисек яҡшырта алыуыбыҙ буйынса тәҡдимдәр көтәбеҙ.
Артабан Башҡортостан Башлығы ирекле хәрәкәт активистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, «ирекмән» төшөнсәһенең нигеҙенә ике мәғәнә һалынған.
– Беренсенән, ул йәмғиәт өсөн файҙалы эш менән шөғөлләнә. Икенсенән, был эшмәкәрлек – ысын күңелдән, – тине төбәк етәксеһе. – Шул уҡ ваҡытта дәүләттең, әлбиттә, был йүнәлеште үҫтереүгә ниндәйҙер кимәлдә этәргес бирергә тейешлеген аңлайбыҙ.
Республика Башлығы коронавирус менән көрәш осороноң ирекле хәрәкәт үҫешенә ҡеүәтле импульс биреүен, йәмғиәтте берләштереүен һәм кешеләрҙең бер-береһенә ярҙам итеү теләген көсәйтеүен иҫкә төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров, ирекмәнлек, һәр төрлө эшмәкәрлек кеүек үк, күңелгә яҡын булырға тейеш, тип билдәләне. Был ирекмәндәргә бурыстарын күңел һалып башҡарырға һәм эш һөҙөмтәһен күреп ҡәнәғәтлек кисерергә мөмкинлек бирәсәк.
Төбәк етәксеһе ғаилә ирекмәнлеге идеяһын да ыңғай баһаланы. Был осраҡта ата-әсә өлгөһө балаларҙы һәм дөйөм алғанда үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн бик файҙалы. Бынан тыш, бөгөн ирекле эшмәкәрлек активистарҙың шәхси һәм карьера үҫеше өсөн яҡшы нигеҙ булып тора.
Башҡортостан Башлығы республикала бындай эш тәжрибәһе иҫәпкә алынасағын билдәләне.
– Был йәһәттән төрлө тәҡдимдәр булды. Ирекле эшмәкәрлек тормошоғоҙҙа ярҙам булһын өсөн, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта активистар бындай социаль йөкләмә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге, уҡыу араһындағы тигеҙлекте һаҡларға тейеш.
Ирекмәнлектең киләсәге хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы уның социаль роле һаҡланып ҡаласағын билдәләне.
– Ирекмәнлектең асылы шунда: кешеләр ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәрҙә ихлас теләктәшлек күрһәтә һәм бер-береһенә ярҙам итергә әҙер. Шуға күрә был хәрәкәт киләсәктә лә көнүҙәклеген юғалтмаҫ, тип уйлайым. Ул дәүләттең мөһим социаль функцияларын тулыландыра, – тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе, йәш сағында үҙенең ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге тураһындағы һорауға яуап биреп, совет осоронда ла йәштәрҙең изге эштәр менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Әммә ул саҡта был хәрәкәт бөгөнгө мәғәнәһендә үҫешмәгән ине, тине ул.
– Студент сағымда уҡ, 1989 йылда, армияла хеҙмәт иткән егеттәр менән Оло Теләк янында булған ҡот осҡос тимер юл фажиғәһендә яраланғандарға ярҙам иттек, бер аҙна дауамында дауаханаларҙа эшләнек, – тип һөйләне төбәк Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостанда спортты үҫтереү темаһына ла туҡталды һәм быйыл төбәктә өс ҙур объект – Көрәш һарайы, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре – асырға ниәтләүҙәрен билдәләне.
– Республикала бик күп спорт объекттары төҙөлә. Иң тәүҙә балаларыбыҙға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу мөһим. Әлбиттә, барыһы ла бөйөк спортсы булмаясаҡ, ләкин һау-сәләмәт кешеләр булып үҫерҙәр, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Аралашыу барышында ирекмәндәр Башҡортостан Башлығына уҡыу курсын тап «Патриот» паркында үтеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Паркта лагерҙа ҡатнашыусыларға йәшәү, аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
– Бында барыһы ла яйлап эшләнде. Тәү сиратта майҙандарҙы һәм казармаларҙы тәртипкә килтерҙек, һуңынан спорт ядроһы, асыҡ амфитеатр барлыҡҡа килде. Күптән түгел ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Беҙҙең төп маҡсат – «Патриот»тың күп функциялы булыуы. Алда пландар күп әле. Бында яңы объекттар – бассейн, пляжлы быуа, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу өсөн майҙансыҡ – барлыҡҡа киләсәк. Ирекмәндәр лагеры ла бында йыл һайын ойошторолор, тип ышанам.
Радий Хәбиров шулай уҡ ҡурайҙың яратҡан музыка ҡоралдарының береһе булыуы хаҡында һөйләне һәм уның халҡыбыҙ өсөн айырыуса мәғәнәгә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте. Артабан хәрәкәттең иң яҡшы вәкилдәрен Башҡортостан Башлығының «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» почётлы билдәһе менән бүләкләү тантанаһы үтте.
– Һеҙҙең ирекмән булыуығыҙҙы барыһы ла күрһен өсөн, уларҙы ғорурлыҡ менән тағып йөрөгөҙ. Был һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә, киң күңелле һәм ҙур йөрәкле булыуығыҙға хөрмәт билдәһе, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
***
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе уҙған осрашыуға йомғаҡ яһаны.
– Ирекмәндәр – ул изге эштәр башҡарған, кешеләргә ярҙам иткән ихлас һәм эскерһеҙ кешеләр. Беҙҙең өсөн ирекмәндәр бик ышаныслы һәм яуаплы ярҙамсыларға әйләнде, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә бындай осрашыуҙар ике яҡлы бәйләнеш өсөн бик кәрәк. Беҙгә активистарҙы борсоған һорауҙарҙы ишетеү, белеү һәм аңлау мөһим, сөнки шул осраҡта ғына республика ирекмәндәр хәрәкәтенең артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә ала. Бөгөнгө әңгәмә йомғаҡтары буйынса тейешле йөкләмәләр әҙерләнәсәк. Һәм, әлбиттә, республика ирекмәндәргә ҙур хеҙмәттәре өсөн бик рәхмәтле.
***
Ирекле хәрәкәт активистары менән аралашҡандан һуң, республика етәксеһе «Патриот» паркы биләмәһен ҡараны һәм уны үҫтереү буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Атап әйткәндә, Радий Хәбиров йәйге лагерҙарҙы модернизациялау федераль программаһы буйынса төҙөлгән яңы модулле торлаҡ корпустарында булды. Уларҙы файҙаланыуға тапшырғас, «Авангард» уҡыу-методик үҙәге йыл һайын 10 меңдән ашыу курсантты ҡабул итә аласаҡ.
Бынан тыш, «Патриот» паркында мунса-кер йыуыу комплексын капиталь ремонтлау, тир төҙөү һәм «Партизандар ауылы» комплексына тиклем юлға асфальт түшәү планлаштырыла.
Мәғлүмәт “Башҡортостан Республикаһы Башлығы” сайтынан алынды.