+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август , 12:40

Оҙон тәнәфес

– Улым, ниңә улай, ауыҙыңды ҡыйшайтып, үсекләшеп ултыраһың? – Өйгә бирелгән эште үтәйем бит! – ти Азат. – Уҡытыусы тура һөйләмде ҡыйыҡ һөйләмгә әйләндерергә ҡушҡайны...

Оҙон тәнәфес
Оҙон тәнәфес

Оҙон тәнәфес

Көн оҙонлоғо

Физика дәресендә уҡытыусы йылы менән һалҡындың ни икәнен аңлата, есемдәрҙең йылыла киңәйеүен, һыуыҡта ҡыҫылыуын әйтә. Миҫал килтерергә ҡушҡас, Ғәли һикереп тора:

– Ҡышын ниңә көндәр ҡыҫҡа? Сөнки хәҙер, көҙән, һауа һыуына башлай. Шуға көндәр ҡыҫҡара. Ә йәйен, һауа йылынғас, көндәр ҙә йәйелеп китә, бик оҙон була...

Ҡыйыҡ һөйләм

– Ағай мине ирештерә! – тип ошаҡлай әсәһенә Азаттың ҡустыһы.

– Улым, ниңә улай, ауыҙыңды ҡыйшайтып, үсекләшеп ултыраһың?

– Өйгә бирелгән эште үтәйем бит! – ти Азат. – Уҡытыусы тура һөйләмде ҡыйыҡ һөйләмгә әйләндерергә ҡушҡайны.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: