Замана ноутбуктары энергияны самалап тотона, шуға зарядкаһыҙ ҙа оҙаҡ ҡына эшләй ала. Хәҙергеләр иҫкерәктәре менән сағыштырған еңелерәк, ауырлығы 2 килонан кәмерәк. Иҫкеләр 3 кг тирәһе. Тауышһыҙыраҡ эшләйҙәр, сөнки һыуытыу системаһы камиллаштырылған, юғары сифатлы материалдар ҙа ноутбуктың геүләүен кәметә. Өҫтәүенә, тауышһыҙ эшләү режимы бар.
Хәҙергеләрҙең тышҡы күренеше ябай, ыҡсым. Сағыу, зиннәтле дизайн байлыҡ күрһәтеү сараһы булып, хәҙерге заман өсөн көнүҙәклеген юғалтҡан. Хәҙер ҡорамалдың эске мөмкинлектәре мөһим.
Ноутбук етештереүселәр уны яһалма аң менән тулыландырып сығара башлаған. Был да уңайлы, сөнки яһалма аң хәҙер бөтә ерҙә ҡулланыла.
Бизнесҡа тәғәйенләнгән ноутбуктар мәғлүмәттәрҙе, бирелмәләрҙе һаҡлауҙы көсәйтә.
Ә уҡыусыларға, студенттарға ябай, арзан ноутбук кәрәк.
Ҡатмарлы, ҡеүәтле һәм күп функциялылар ҡиммәт була, уҡыусыға ул функцияларҙың күбеһенең кәрәге лә юҡ. Уға текст, таблицалар, презентациялар менән эшләргә булһа, еткән.
Уҡыу өсөн алынаһы ноутбук ошолайыраҡ булһын:
Экраны: 12–17 дюйм диагоналле; матрицаһы –TN йә IPS. Был икәүҙән IPS сифатлыраҡ, ләкин ҡиммәтерәк.
Экрандың пикселле үлсәме – FullHD, йәғни 1920 × 1080 пиксель. Экран яңырыуҙың оптималь йышлығы— 60 герц
Процессор йә видеокартаһы: процессор үтә арзан булмаһын, система эшенең тиҙлеге шуға бәйле. Intel Core i5 йә AMD Ryzen 3 һәм 5 сериялары бара. Видеокарта экрандағы һүрәт өсөн яуаплы. Уны ла арыуыраҡты, әйтәйек, дискретлы видеокарта һайлау яҡшы. Мәҫәлән, Nvidia MX һәм Radeon 500—700.
Оператив хәтер (ОЗУ) 8 гигабайт етә. Туплағыс (ПЗУ) SSD булһын, ул системаны ла шәп кенә эшләтә, программа йөкләүҙе лә етеҙ башҡара. Күләмен үҙегеҙ һайлағыҙ.