+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь , 15:05

Күргәҙмәлә – мауыҡтырғыс ижад

Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында оҫта ҡуллы милләттәштеребеҙ ижадын яҡтыртҡан күргәҙмә асылды.

Күргәҙмәлә – мауыҡтырғыс ижад
Күргәҙмәлә – мауыҡтырғыс ижад

Зөләйха Иғәш ҡыҙы Рыҫҡолова Әбйәлил районы Күсем ауылында тыуып үҫкән.  Бала сағы, бөтә ҡорҙаштарыныҡы кеүек, ябай ауыл өйөндә үтә. Ул саҡта, Зөләйха Иғәш ҡыҙы һөйләүенсә, бөтә ҡаралтыны, йорт кәрәк-ярағын халыҡ үҙе эшләй. Ҡыҙҙың әсәһе балаларына, күрше-күләнгә кейем тегә.  Оҫта ҡуллы әсә балаҫтар һуға, башҡа ҡул эштәренә лә ихлас була. Зөләйхаһы дүрт малай араһында үҫә.  Ҡыҙ кешегә ашарға бешереү,  һауыт-һаба йыуыу, өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу кеүек бөткөһөҙ мәшәҡәттәр менән булырға тура килә. Унан – Өфө, вуз. Утыҙ ете йыл мәктәптә математика уҡыта.

Зөләйха Рыҫҡолова олоғая килә халыҡтың әүәлге ҡул эштәренә илтифат һала башлай. Һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме булырға тейеш, тигән фекерҙе ихласлап тормошҡа ашырырға тотона ул. Үҙенә, ҡыҙына, килененә, ейән-ейәнсәрҙәренә милли кейем тегә. Башҡорт биҙәүестәрен эшләп өйрәнә. Шунан ҡорама юрғандар ҡороу менән мәшғүл була. Аллы-гөллө арҡыры һәм буй юрғандар ҡорай. Унан әсәһенән ҡалған көрөҫкә ҡулланыу табыла – балаҫ һуғырға оҫтарып ала.

Зөләйха ханымдың тормош иптәше сәңгелдәк, ҡолға ише кәрәк-яраҡ эшләргә әүәҫләнә. Улар Жуковтағы йорттарының ихатаһына тирмә ултырта, тирмәгә башҡорт көнкүреше әйберҙәрен ҡуя. Үҙе бер музей кеүек булып китә был тирмә.

Әле бына Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының бер залында ҡул эштәре күргәҙмәһе барлыҡҡа килде. Унда Зөләйха Рыҫҡолованың байтаҡ эше ҡуйылған.

Сараны асҡандан һуң Зөләйха Иғәш ҡыҙы күргәҙмәне күрергә килгән кешеләргә һәр экспонат тураһында һөйлне.  Бында ул теккән, сиккән башҡорт күлдәктәре, һөлгөләр, сергетыштар, шулай уҡ һандыҡтар һәм башҡа күп ҡомартҡылар бар. Мәҫәлән, Зөләйха Иғәш ҡыҙы Белорет районы Сермән ауылындағы элекке старшинаның ейәнсәренең сергетышы реконструкцияһын эшләй. Һөлгөләрҙең дә үҙ тәғәйенләнеше булған. Мәҫәлән,  Ҡурған башҡорттарында ҡыҙ һоратырға барғанда һөлгө менән ҡайтыу тиҙҙән туй булырына ишаралаған, сөнки бүләк һөлгө ҡыҙ яғының ризалығын аңлатҡан.

***

Ошонда уҡ әүәләп һындар, ҡурсаҡтар эшләү менән мауыҡҡан Ләлә Камалетдинованың эштәре лә урын алған. Был ике күргәҙмә бер-береһен тулыландырып тора. Сөнки Ләлә Мотоғулла ҡыҙының эштәре лә башлыса башҡорт ҡыҙҙарын, батырҙарын, халыҡ ижады персонаждарын һынландыра.

Ләлә Мотоғулла ҡыҙы – Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан. Хаҡлы ялдағы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Күргәҙмәне асыу сараһында ул бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, сөнки әлеге шөғөлө шул осорҙа тамыр алған.

Бәләкәй сағында Ләлә иптәштәре менән Өйә йылғаһы буйында уйнарға ярата. Йорт эргәһенән генә ағып ятҡан был йылғаның балсыҡлы ярҙары тарта уларҙы. Балсығы әүәләү өсөн бик йәтеш була. Хәҙерге балалар Барби менән уның яҡындарының һындарын, уның мөхите әйберҙәрен, уйынсыҡтарын, йыһаздарын магазиндан һатып алһа, Өйә буйы балалары быларҙың бөтәһен үҙҙәре балсыҡтан яһап, шулар менән уйнап үҫә. Ҙурайғас инде, һәммәһе артта ҡала. Кейәүгә сығыу, Себергә китеү, оҙаҡ йылдар мәктәптә балалар уҡытыу.

2003 йылда Ләлә Мотоғулла ҡыҙы тормош иптәше менән Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Өйҙә тик ултырмаҫ өсөн бала саҡ шөғөлөн иҫенә төшөрә. Быға бер ваҡиға сәбәпсе була.

Бер күршеһендә ул япон ҡурсағын күрә. Ҡурсаҡты бүләк итеп Американан килтергәндәр, хәҙер ул турҙә матур сувенир булып ултыра.

Ә башҡорт ҡыҙҙарының бейегән мәлен һынландырғанда нисек булыр ине икән?!  Ләлә Камалетдиновала бына шундай теләк тыуа.  Ныҡышмалыҡ, тырышлыҡ, яңыны өйрәнергә ынтылыу үҙенекен итә. Тәжрибә туплана, һындар торған һайын нәзәкәтлерәк, тотороҡлораҡ була бара. Һындарҙың ҡулдарын хәрәкәттә – күтәртеп, ян-яҡҡа йәйҙереп эшләү, ҡурай кеүек нескә  деталдәрҙе яһау күнекмәһе үҙләштерелә. Былары, моғайын, иң ҡыйыны булғандыр.

Бер ыңғайҙан Ләлә Мотоғулла ҡыҙы башҡорт милли кейеме деталдәрен, төҫтәрен һәм үҙенсәлектәрен дә өйрәнә.

Шулай итеп, “Ете ҡыҙ” композицияһы хасил була. Уны автор ярты йыл буйы эшләй. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеү ансамбле башҡарған бейеү ерлегендә ижад итә.

Урал батырҙың дейеү менән алышы һыны “Урал батыр” эпосын һөйләү конкурсы барышында тыуа. Һуғыштарҙа ҡатнашҡан олаталары образдарын да һынландыра ижадсы.

Оҫта ҡуллы Ләлә Камалетдинова һәм Зөләйха  Рыҫҡолова ижады менән танышыу өсөн Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Күргәҙмәне асыу сараһында тимер юлсылар колледжынан килгән уҡыусылар ҡатнашҡайны. Тәүҙә әллә ни ҡыҙыһынмағандай тойолһалар ҙа, авторҙарҙың һөйләгәне балаларҙы тиҙ арала йәлеп итеп, темаға ылыҡтырҙы. Уларҙың күҙҙәре янып китеүе, һорауҙар биреүе, ҡайтырға сыҡҡанда рәхмәттәр әйтеүе нәҡ шуны раҫланы.

 

Күргәҙмәлә – мауыҡтырғыс ижад
Күргәҙмәлә – мауыҡтырғыс ижад
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: