Форумды әһәмиәте
Форумдың әһәмиәте тураһында һөйләп, Радий Хәбиров «Рәсәй – спорт державаһы» илдең төп спорт форумы булыуын, унда спорт мәсьәләләре тураһында фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булыуын билдәләне. Ғәҙәттә, ошо Форум барышында ил Президенты Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышын үткәрә, унда тармаҡты үҫтереү буйынса яңы ҡарарҙар әҙерләнә. Форумдың Рәсәй Федерацияһындағы төп спорт байрамы булыуын ошолар билдәләй, тине Башлыҡ һәм Өфөгә 170-тән ашыу Олимпия чемпионы һәм призеры килеп төшөүе лә байрамса кәйеф тыуҙырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Спорт объекттары тураһында
Республика мөһим сараны яңы спорт объекттары асып, булғандарын ремонтлап әҙерләнде. Хәбәрсе улар тураһында һорашты.
Радий Хәбиров Көрәш һарайын төп объект тип атаны. Был ҡоролмала биш зал, 18 келәм, ҡунаҡхана, медицина блогы һәм башҡалар бар. Майҙаны – 28 мең квадрат метр. «Форум да, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышы ла шунда үтәсәк», – тине республика етәксеһе.
Йәнә Фехтование үҙәге асылды. Был үҙәк, Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Токиолағы Олимпия уйындарында Башҡортостандың ике спортсыһы фехтование буйынса алтын миҙал яулағас төҙөргә вәғәҙә ителгән объект. Ишкәкле слалом комплексы иһә Башҡортостанда 1980-се йылдарҙан үҫешеүсе спорт төрө өсөн төҙөлгән. Был уникаль комплекс йыл әйләнәһенә эшләй, йылы һыу уға йылылыҡ электр станцияһынан килә. Нефтекамала ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылырға тора.
«Беҙҙең спорт объекттарының бығаса булмаған күләмдәрҙә төҙөлөүе һәм асылыуы – спорт һәм физик культура үҫешһен, меңәрләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар тыныс һәм яҡшы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн, тип әйтер инем», – тине Радий Хәбиров.
Форумдың бәйгеләре
Хәбәрсе Форум сиктәрендә үтәсәк спорт ярыштары тураһында һораны.
Етәксе Форум сараларына 5 меңгә яҡын кеше, 30-лап илдән ҡунаҡтар килеүен белдерҙе. Спорт һәм физик культура министрҙары менән осрашыуҙар үтәсәк, бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа спортты үҫтереү перспективалары ҡараласаҡ.
Форум сиктәрендә үтәсәк ярыштар тураһында һөйләп, Радий Хәбиров Фехтование үҙәгендә халыҡ-ара кимәлдәге «Салауат ҡылысы» турниры башланыуын, кёрлинг, «Бокс төнө», баскетбол, көрәш ярыштарын телгә алды.
19 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышы үтәсәк, унда тармаҡтың үҫешенә йомғаҡ яһаласаҡ. Шул уҡ 19 октябрҙә Йәйәү йөрөү көнө үткәреләсәк, унда 25 меңләп кеше ҡатнаша.
Башҡортостандар ниндәй спорт төрҙәренә өҫтөнлөк бирә?
«Беҙ хоккейҙы бик яратабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Яратҡан командабыҙ «Салауат Юлаев» менән ғорурланабыҙ һәм уның өсөн һәр саҡ «көйәбеҙ». Футбол менән дә хәл насар түгел – уңыштар ҙа, юғалтыуҙар ҙа бар. Волейбол клубы һәм дөйөм алғанда волейбол, баскетбол бик яҡшы үҫешә. Көрәш төрҙәрен яратабыҙ – был традицион һәм боронғо спорт төрө, сөнки беҙҙә спорттың милли төрө булған көрәш тә бар. Шуға күрә грек-рим, ирекле көрәш төрҙәрен, самбо, дзюдоны үҫтерәбеҙ. Грэпплинг буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон күнекмәләр алып бара. Бокс буйынса тәүге Рәсәй, Европа чемпиондары барлыҡҡа килде. Фехтование тураһында әйттем инде. Еңел атлетика яҡшы үҫешә – унда дисциплина төрҙәре байтаҡ, һәм һәр береһендә билдәле уңыштар бар.
Шуға күрә малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың бөйөк спортсы булып китеүе мотлаҡ та түгелдер, бәлки. Дөрөҫ, уныһы ла яҡшы. Иң мөһиме – улар ныҡ, көслө һәм сәләмәт булһын. Спорт һәм физик культураның асылы тап шул инде».