Башҡортта элек-электән ир кеше, атай кеше донъя тотҡаһы булған. Ир кешенең һүҙенә өҫтөнлөк бирелгән. Ирҙе балалары ғына түгел, ҡатыны ла тыңлап, һанлап торған.
Социализм осоро беҙҙә ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тигеҙләп ҡуйҙы. Ә хәҙерге глобализм инде бөтөнләйе менән йүгәнһеҙлек тәрбиәләй, милләттәрҙе милләт иткән йолаларҙы юҡҡа сығара. Ашау-эсеү, матди ҡоллоҡ, иң түбән инстинкттарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн генә йәшәгән рухһыҙ, хыялһыҙ, маҡсатһыҙ йәндәр идара итеүгә ҡулай бит.
Һуңғы бер быуат атайҙарҙың абруйына ҙур зарар килтерҙе. Әсәй хужа, ә атай өнһөҙ аҡса табыусы булған ғаиләләр күп. Ғаиләһен ҡайғыртмаған, телевизор алдында диванда һуҙылып ятыуҙан башҡа һөнәре булмаған ирҙәр етерлек. Донъяға килгән балаһын уйлап тормай ғаиләһен ташлап сығып киткән атайҙар ҙа бар. Талаш-тартышта йәшәгән ғаиләләр ҙә әҙ түгел.
Донъя гел ҡара төҫтән генә тормай. Ҡара һыҙатты ағы алмаштырыусан. Һыу ятҡылыҡтары үҙен-үҙе таҙартҡан кеүек кешелек йәмғиәте лә үҙен һауыҡтырыуға һәләтле. Һуңғы йлдарҙа гел аҙғынлыҡ, рухһыҙлыҡ сәскән көнбайыш ҡиммәттәре йоғонтоһонан ҡотола башланыҡ. Ғаиләнең традицион ҡиммәттәре йәмғиәтебеҙгә кире ҡайта.
Халыҡ милли ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен аңлай, сафлыҡ эҙләп дингә ылыға.
Ислам дине иң кешелекле, иң камил тәрбиә тәғлимәте хасил иткән. Мосолман донъяһының гүзәл яҡтарының береһе – ата-әсәләрҙе һәм өлкәндәрҙе ололоҡлау, хөрмәт итеү. Иманлы йәштәр ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмай, кәңәш итешмәйенсә, фатиха алмайынса етди эштәргә тотонмай.
Ислам балаларҙы тәрбиәләүҙә атайға алмаштырғыһыҙ урын бирә. Малайҙар ике йәштән башлап атаһы кеүек булырға тырыша икән. Шулай итеп, ир балалар бәләкәстән ирҙәрсә холоҡ-фиғел алып өйрәнә. Ә ҡыҙ балалар атаһын ҡаҡшамаҫ таяныс, яҡлаусы итеп күрә, уның сикһеҙ яратыуын тойоп үҫә, яратылып йәшәргә өйрәнә.
Әсәй кеше йөрәге менән яратһа, атай аҡыл менән ярата.
Һәр ваҡыт хәтерҙә һаҡлармын үҙҙәрен,
Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.
Иҙрис Ғәзиев йырлаған был юлдар нәҡ шуға ишара: әсәйҙең хистәре – күҙҙәрендә, атайҙың аҡылы – һүҙҙәрендә. Әсәй тынысландыра, атай эшмәкәрлеккә, әүҙемлеккә дәртләндерә. Бала аяғында ныҡ торған, булдыҡлы, белдекле шәхес булып үҫһен өсөн уға әсәйҙең дә, атайҙың да тәрбиәһе кәрәк.
Аҡыллы әсәй балаларында атайға хөрмәт тәрбиәләй. Ирҙең һүҙен йыҡмай, унан аҡыллыраҡ, шәберәк күренәйем тип тырышмай. Табынға ултырғанда ризыҡтың мулырағын, татлырағын ире алдына ҡуя. Балаға нәҡ шундай күренештәр көслө йоғонто яһай. Атаһын һанға һуғып үҫкән балала өмөт бар. Тәүфиҡлы, иманлы атайҙар балаһын кеше итә, унда тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫ көс, ихтыяр тәрбиәләй.
Ә. НУХОВА.