+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь , 17:12

Ниңә ҡыйырһытыуҙы өнһөҙ кисерәләр?

Рәсәйҙә мәктәп уҡыусыларының 70 проценты тиерлек Интернетта буллинг менән осрашҡан, тип яҙа RT баҫмаһы, «Где мои дети» компанияһы тикшеренеүҙәре йомғаҡтарына һылтанып. Интернетта бигерәк тә постарға дошмансыл комментарийҙар ҡалдырыу (46%), чаттарҙан ҡыуып сығарыу (20%), юрамал иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеп әҙәмгә һанамау (19%), иҫәп яҙмаларын ватыу (13%) һәм онлайн уйындарҙа ситкә тибеү (11%) йыш осрай икән.

Ниңә ҡыйырһытыуҙы  өнһөҙ кисерәләр?
Ниңә ҡыйырһытыуҙы өнһөҙ кисерәләр?

Һәр дүртенсе бала йә үҫмер көн һайын ҡыйырһытыуға дусар була. Күптәрен таныштары, дуҫтары кәмһетә, йәберләй (64%).

Ундайҙарҙы дуҫ-иш тип буламы һуң?

Кешене дуҫ, иптәш тип, яҡын күреп  йөрөйһөң, ә ул эстән генә һине яратмай, хатта күрә алмай. Берәүҙәре көнләшә, икенселәре һауаланып, тәкәбберләнеп, үҙен башҡаларҙан шәп күрә. Иптәш тип йөрөгәндәрҙе тиңһенмәй башлай.  Өсөнсөләре күсеү йәштәрендәге гормондар дауылы тынғы бирмәгәнгә ҡоторона, кемгә ташланырға белмәй ярһый. Етмәһә, балалар араһында ҡаты бәғерлеләр, таш күңеллеләр байтаҡ. Йәшәй-йәшәй әҙәм булып китәләр ҙә ул, тик мәктәп йылдарында дуҫтарының, синыфташтарының хәтерен ҡалдырып өлгөрәләр.

Буллингҡа дусар булған балаларҙың 76 проценты хәлдәре хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгән һәм һөйләргә йыйынмай. Күптәре үҙенә бер кем дә ярҙам итә алмаясаҡ тип уйлай.

Иң яҡын кешеләре булған атаһына, әсәһенә 21 проценты ышана. Ә ниңә 21 генә?  Тимәк, уларҙың ярҙам итә алырына ышанмайҙар. Ә ҡайһы берҙәре уларҙың мәктәпкә барып, сар-сор килеп, “разборка” яһап йөрөрөнән уңайһыҙлана һәм түҙергә мәжбүр була.

19 проценты, яҡын дуҫтарыма һөйләй алыр инем, тигән. 15 проценты уҡытыусыға ышаныуын белдергән.

Балалар бөтәһенә ҡарағанда ла бер туғандарына ик әҙ ышана (6 процент ҡына), ә психологтарға тик 4 процент ҡына ышаныс белдерә ала.

Сығанаҡ 

Фото: нейроселтәр ижады.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: