Күп балалы ғаилә – милләтебеҙ ғорурлығы!
Юнир Ҡоланбаев, актер, йырсы. Баймаҡ егете. Ҡалала тыуһа ла, уның бала сағы ауылда - Комсомол, хәҙерге Күгиҙел ауылында үтә. Баймаҡтың 3-сө һанлы мәктәбен 9-сы синыфты тамамлағас, йыр-моңға ғашиҡ егет, 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһы Сибай филиалының вокал бүлегенә уҡырға инә. Студент сағында уҡ күп конкурстарҙа ҡатнаша. Ҙур еңеүҙәр яулай. “Ирәндек моңо” конкурсында - дипломант, “Башҡорт йыры”нда лауреат исеме ала.
Артабан Мәскәүҙең М.Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында уҡыуын дауам итә. Актер һөнәре алып, Өфөгә ҡайта. Әлеге мәлдә ике тиҫтәгә яҡын баш ҡалабыҙҙың Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уңышлы хеҙмәт итә.
Ҡатыны Альфира Рәсүл ҡыҙы менән өс бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Самира Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында белем ала. Яҡшы уҡый, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Күркәм исемле игеҙәк улдары Бәхтейәр менән Даниярға әле алтышар йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй улар. Егеттәр икенсе йыл инде дзюдо менән шөғөлләнә.
Юнир Мәүлетдин улының ғаиләһе тәбиғәтте һәм аттарҙы ярата. Шуға ла Баймаҡҡа йыш ҡайталар. Унда үҙҙәренең аттары бар. Малайҙар һыбай елдерә. Улар атта эйәрһеҙ ҙә йөрөргә өйрәнгән.
-Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер башҡорт йолаларыбыҙҙы тергеҙергә, уларҙы һаҡларға тырышабыҙ. Уҡ-ян һатып алдыҡ. Балалар менән бергә театр янындағы паркта уҡтан атып алабыҙ. Был дөйөм үҫеш өсөн яҡшы шөғөл булыр тип уйлайбыҙ. Яйлап, бәлки, атырға ла оҫтарып китер улдарым,- тине Юнир Мәүлетдин улы.
“Аманат” журналы был күркәм ғаиләне илебеҙҙең беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәйкәле янында осратты. Һәм иҫтәлеккә фотоға төшөрҙө.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА фотоһы.