+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь , 10:28

Мәсетленең “Өлгөр” бейеүселәре

Мәсетле районы Балалар сәнғәт мәктәбендәге “Өлгөр” бейеү ансамбле 2005 йылда ойошторола. Ансамблде бар итеүгә БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова күп көс һала.

Мәсетленең “Өлгөр” бейеүселәре
Мәсетленең “Өлгөр” бейеүселәре

Бер нисә йылдан “Өлгөр”гә педагог Зарифьян Ғарипов етәкселек итә башлай. Тағы бер етәкселәре – хореография уҡытыусыһы Альбина Вәлинурова. Әле ансамблдә 24 бала шөғөлләнә. Улар бейеүҙе яратып, ҙур теләк менән дәрескә йөрөй. Ансамбль “өлгөлө” тигән исемен тырышлығы, төрлө сәхнәләрҙәге сығыштары, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыуы  менән иҫбатлай.

“Өлгөр”ҙәр халыҡ бейеүҙәрен бейей. Башҡорт, рус, татар, сиған, ирланд, мари, украин һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре бар уларҙың репертуарында.  

Әле күптән түгел ансамбль, «Осрашыу» тигән казак бейеүен башҡарып,  “Бөтә планета йондоҙҙары-2024. Әфлисун фрешы” халыҡ-ара күп жанрлы йәйге конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат булды.  “Өлгөр”ҙөң сығышы айырым энергия һәм аһәң менән айырылып тора. “Осрашыу” бейеүе төҫлө костюмдар, динамик хореография менән тамашасыларҙы казак йолаһы мөхитенә алып китә, бейеүҙең һәр хәрәкәте ныҡлыҡ, туғанлыҡ тураһында һөйләй.

“Өлгөр” өсөн был уңыш – лайыҡлы бүләк кенә түгел, ә артабанғы ижадҡа, яңы ҡаҙаныштарға этәргес көс тә. Йәш бейеүселәрҙе яңы ярыштар, яңы уңыштар  көтә.

Фото: Мәсетле район мәҙәниәт йорто сайтынан.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: