1936 йылда Американың «Hormel Foods» тигән компанияһы ит консерваһы сығара башлай. Бер йылдан был әҙер аҙыҡ консерваһының тышында SPAM тигән яҙма урын ала.
Әллә «Shoulder of Pork and hAM» (сусҡаның елкә ите һәм ветчина), әллә «SPiced hAM» (тәмләткестәр ҡушылған ветчина) тигәндән алынған был ҡыҫҡартма, уныһы аныҡ ҡына билдәле түгел.
Был консервалар Америка һалдаттары һәм ленд-лиз буйынса союздаштарҙың һалдаттары өсөн етештерелә. Ленд-лиз буйынса СССР-ға ла ташыйҙар. Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, ә тотонолмаған запастар бик күп ҡала.
Мөҙҙәте сыҡҡан тауарҙы үткәрер өсөн «Hormel Foods» компанияһы үҙенсә реклама кампанияһы башлай. «SPAM» һүҙе арзанлы тауарҙар магазиндарында, урамда, транспортта, гәзиттәрҙә күҙгә инеп бара, радионан гел яңғырай.
Заманында «SPAM»ға бағышлап йырҙар, скетчтар, көләмәстәр сығарыла.
«SPAM» консерваһы әле лә етештерелә. Сауҙа маркаһы барлыҡҡа килгәндән алып 2007 йылға тиклем 7 миллиард банка һатылған.
1986 йылда Дэйв Родес тигән әҙәм, үҙенең финанс пирамидаһын рекламалап, бәйләнсек реклама хаттары таратырға тотона. Яҙылыусыларына бер үк тексты ебәрә лә ебәрә ул. Ялҡытып бөтә. «SPAM» тигән атама шул хаттарға бик ярап ҡала. Шулай итеп, һүҙгә яңы төшөнсә йәбешә.
Күптән ит эшкәртеү тармағы гиганты булып киткән «Hormel Foods» компанияһы спам һүҙе өсөн Интернет технологиялары менән шөғөлләнгән эре-эре компанияларҙы ҡат-ҡат судҡа бирә, «SPAM» һүҙенә үҙенең монополияһын нығытырға тырыша, әммә ниәте тормошҡа ашмай. Суд аҙыҡ-түлек тармағындағы «SPAM» менән глобаль селтәрҙәге спамдың һәр ҡайһыһы үҙ өлкәһендә бер-береһенә ҡамасауламай йәшәүен билдәләй.
Донъя почта трафигында спам бик ҙур күләм биләй. Мәҫәлән, 2011 йылда ул бөтә электрон хат-хәбәрҙәрҙең 80 процентын тәшкил иткән.
Фотола: СПАМ консервалары. Сығанаҡ: By freezelight - Spam wall, CC BY-SA 2.0