+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь , 16:40

Боксер ҡыҙ Сәлимә!

Тай боксы менән шөғөлләнгән 11 йәшлек Өфө ҡыҙы Сәлимә Иҫәнғәлина Тайландан еңеү менән ҡайтты!

Боксер ҡыҙ Сәлимә!
Боксер ҡыҙ Сәлимә!

Боксер ҡыҙ Сәлимә! 

Тай боксы менән шөғөлләнгән 11 йәшлек Өфө ҡыҙы Сәлимә Иҫәнғәлина Тайландан еңеү менән ҡайтты!

Сәлимә Иҫәнғәлинаға 11 йәш кенә булһа ла, спортта ҙур уңыштарға өлгәшеүсе ҡыҙ. Ул әле Өфөнөң 58-се лицейында 5-се синыфта уңышлы ғына уҡып йөрөй. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Өс балалы татыу ғаиләлә иң өлкәне. Морат менән Шамил ҡустыларына үрнәк булып торған апай ул. Бер-береңә хөрмәт менән баҡҡан, берҙәм, татыу ғаиләлә балалар ҙа дуҫ-татыу.

Сәлимә һигеҙ йәшендә үҙе теләп, тай боксын һайлай. Уңыштарына әллә ниндәй ҙур өмөттәр бағламаһа ла, өйрәнеүе үҙе өсөн булыр тип, атаһы ҡыҙын секцияға алып килә. Шулай итеп, Сәлимә 2021 йылдың сентябренән алып Өфөнөң “ЛАБИРИНТ.EVOLUTION” күп функциялы Спорт үҙәгендә Тай боксы менән шөғөлләнә башлай.

Апаһына эйәреп, Морат та Тай боксына килә. Әлеге мәлдә ул ҡала кимәлендә үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай. “Тағы ла ике йылдан, Аллаһ бирһә, кескәй Шамил да беҙҙең арттан эйәрер, - тип түҙемһеҙләнеп көтә балалар.

Гел генә еңеүҙәр яуларға ынтылып тороуы, ныҡышмал холҡо Сәлимәне тиҙ арала юғары һөҙөмтәләргә килтерә. Әлбиттә, көслө тренерына ла рәхмәтле ҡыҙ. “Василий Геннадий улы Тимофеев ярҙамынан башҡа бындай ҙур еңеүҙәр яулап та булмаҫ та ине,” – ти, Рәсәй, республика, ҡала, клуб-ара ярыштарҙа гел генә лайыҡлы 1-се һәм 2-се урындарҙы яулаған Сәлимә Иҫәнғәлина.

Түбәнге Новгородта үткән “Содружество” Кубогында 2-се урын, Ноябрьск ҡалаһында үткән ярышта – 1-се урын һәм “МУАЙ-ТАЙ фестиваленең иң яҡшы спортсыһы” Кубогы, Мәскәү ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә – 1-се урын һәм “МУАЙ-ТАЙ фестиваленең иң яҡшы спортсыһы” Кубогы (4 көрәштә 4 еңеү!) – былар Сәлимәнең һуңғы йылдағы уңыштары.

Рәсәй Беренселеге ярышында еңеүе өсөн Сәлимә Иҫәнғәлина, Донъя беренселегенә һайлап алына.

Көрәшсе ҡыҙ 12-19 сентябрҙә Башҡортостаныбыҙҙы яҡлап, Тайландҡа, Бангкок ҡалаһына ярышҡа юллана. Сәлимәнең һис шикһеҙ еңеүенә ышанған атай-әсәй, туғандар, таныштар, күмәкләшеп, оҙон юл, йәшәү сығымдарын йыя. Матди ярҙам күрһәткән кешеләрҙең өмөтөн был юлы ла аҡлай ҡыҙ: Бангкоктан 3-сө урынды яулап ҡайта!

Йәйге каникулдарҙа йәмле Ғафури яҡтарына ҡайтып, өләсәй менән олатайҙа күп ваҡыт иркәләнеп ултырырға тура килмәй Сәлимәгә. Спорт клубтары балаларҙы ҙур бер ғаиләләй бергә туплап, лагерь сборына йыя. Көнөнә өс тапҡыр күнекмәләр ҙә ҡаралған был йәйге лагерҙә. Киләһе йылға лагерға Морат ҡустыһын да үҙе менән бергә алмаҡсы спортсы ҡыҙ.

Әлеге мәлдә Сәлимә Рәсәй ҡалаларында үтәсәк сираттағы спорт ярыштарына ныҡлы әҙерлек үтә.

Сәлимәгә беҙ ҙә тормошо гел еңеүҙәрҙән торһон, даланлы ҡыҙ булһын тип теләйбеҙ!

Зөбәржәт Яҡупова.

 

 

Боксер ҡыҙ Сәлимә!
Боксер ҡыҙ Сәлимә!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: