Сентябрь башында уҡыу башланыр алдынан алған тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашҡандар.
“Университеттың бик ҙур, матур һәм бөхтә ихатаһы, ятаҡханала бөтә уңайлыҡтар булған бүлмәләр, аш-һыу төрлөлөгө. Дөрөҫ, бер-ике ҡыйынлыҡ менән дә осраштыҡ: ҡытай телен белеү бик кәрәк (инглиз телен һирәктәр белә), аш-һыу менән һаҡ булырға кәрәк (ҡытайҙар өткөс ҡырҡыу ризыҡтарҙы ярата)”, – тип яҙған магистрант Алһыу Кадаева.
“Ҡытайға килеү беҙгә донъяның ни тиклем төрлө икәнен, унда уҡыу ни тиклем ҡыҙыҡлы икәнен күрһәтте. Няньчанға килгәс, тәүҙә сит ил ирекмәндәре менән осраштыҡ. Улар алсаҡ, изге күңелле һәм ярҙам итергә әҙерҙәр, инглиз телен ватып-емереп булһа ла). Шунан ятаҡҡа урынлаштыҡ, теркәлдек һәм Няньчан университеты футболкаһын алдыҡ. Бында беҙгә рус телен оноторға тура килде, сөнки теркәүҙең бөтә этаптары, документтарға ҡул ҡуйыуға тиклем, инглиз телендә бара, был беҙҙең өсөн яҡшы имтихан булды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең төбәк ярайһы уҡ эҫе һәм дымлы, шуға тышта һауа шул тиклем эҫе, ҡояш байығандан һуң да температура +32 кимәлендә ҡала. Әммә ерле халыҡ һаман да урамда йөрөүҙән баш тартмай, хатта күптәр көнө буйы эҫе мейес янында эшләй!
Ҡытай үҙенең менталитеты менән дә ҡыҙыҡлы, унда кеше әйберен алыу ғәҙәте юҡ. (Беҙ быны магазинда онотоп ҡалдырылған керамик бесәй миҫалында күрҙек)) Ҡайһы бер магазиндарҙа кассир бөтөнләй юҡ, кешеләр аҙыҡ-түлек алып, аҡса ҡалдыра йәки карталарынан алып ҡалдыра, быны күҙәтеү бик тә күңелгә ятышлы.
Тиҙҙән беҙҙең уҡыу башлана, Ҡытай артабан да үҙенсәлектәре менән таң ҡалдырыр тип ышанабыҙ)», — тип тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан 2-се курс студенты Алмас Мәхмүтов.
Сираттағы постарының береһендә, октябрь башында, Алмас Мәхмүтов ошоларҙы яҙа:
“Бер аҙна элек һауа торошо ҡапыл үҙгәрҙе: эҫе ҡояш юлындағы бөтә нәмәне һепертеүсе һалҡын ел менән алмашынды! Уның ҡарауы 15-тәрендә беҙ Көҙ уртаһы байрамын билдәләнек – ай бәлеше һәм ғаилә йылыһы хас булған байрам. Ай бәлеше беҙгә лә эләкте, тағы конкурстарҙа әллә күпме приздар оттоҡ: фонариктар, ЛЕГО, блокноттар.
Университетта яңы этап башланды: бер ай ҡытай телен өйрәнгәндән һуң беҙ тәбиғи фәндәргә күсәбеҙ.
Ҡытай ризығына күнегеп барабыҙ, әммә ҡытайҙар яратҡан чили боросонан бер ҡасан да ҡотолоп булмаҫ, ахыры. Уның ҡарауы Ҡытай аштары араһында ҡәҙимге билмәндең күплеге шатландыра.
Ҡытай кешеләре сит илдән килгәндәрҙе ярата, хатта ҡайһы саҡта саманан тыш! Күптәр эргәгә килә, танышырға, беҙҙең ҡайҙанлыҡты белергә теләй, телефоныбыҙҙы һорай, беҙҙең менән фотоға төшөүҙе үтенә. Ҡайһы берҙә баш тартабыҙ, әммә улар барыбер шым ғына фото төшөрә”.
Студенттарыбыҙ 19 октябрҙә Няньчан университетының фән күргәҙмәһенә барғаны тураһында ла яҙған. Инженер студенттар ҡулы менән эшләнгән бейеүсе роботтар, йөк ташыу ҡоролмалары, оса торған самолет моделдәре, тропик бөжәктәр тупланмаһы – нәмә генә юҡ ти унда!
Уҡыусылар! Киләсәккә һөнәр һайлағанда Тәбиғәт һәм кеше институтына ла иғтибар итегеҙ. Уның бюджет һәм түләүле бүлексәләре бар. Институтта биоинженерҙар, биотехнологтар, биологтар, географтар, геологтар, гидрометеорологтар, картографтар, геоинформатика белгестәре, педагогтар, туризм белгестәре әҙерләнә.
Фотоларҙа: Өфө студенттары Ҡытайҙа.