+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь , 20:06

“Беренселәр хәрәкәте”нең “Бейеклеге”

11–13 ноябрҙә Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте»нең «Бейеклек» Акселераторының йомғаҡлау чемпионаты үтте.  

“Беренселәр хәрәкәте”нең “Бейеклеге”
“Беренселәр хәрәкәте”нең “Бейеклеге”

“Беренселәр хәрәкәте”нең “Бейеклеге”

11–13 ноябрҙә Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте»нең «Бейеклек» Акселераторының йомғаҡлау чемпионаты үтте.  

Унда Рәсәйҙең 54 төбәгенән 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге  800 үҫмер ҡатнашты. Һәр команда үҙҙәренең проектын яҡланы.

Бындай мөмкинлектәр үҫмерҙәргә ижади, технологик һәм эшлекле тәҡдимдәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Балалар үҙҙәренең идеяларын бойомға ашырыр өсөн грант ярҙамын да ала.

  Балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Беренселәр хәрәкәте» РФ Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән булдырылғайны.

Хәрәкәт эшмәкәрлеге уларҙың ялын ойоштороу, үҫеше өсөн төрлө яҡлап мөмкинлектәр булдырыу, киләсәктә һөнәри йүнәлеш биреүҙе күҙ уңында тота.

Автор:Аманат
Читайте нас: