Ишембай һәм Стәрлетамаҡта булдыҡ
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында “Аманат”лы осрашыу булды. Гимназистар журналды уҡып ҡына ҡалмай, ижад та итә, уның конкурстарында әүҙем ҡатнаша.
Йыллыҡ конкурстарыбыҙҙа еңеүсе уҡыусыларға Маҡтау билдәләре тапшырҙыҡ. Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа яҙылыусы 4 “А” (синыф етәксеһе Альмира Ғаяз ҡыҙы Кәримова) һәм 4 “Б” (синыф етәксеһе Нурия Мәхмүт ҡыҙы Әминева) синыфтары Маҡтау билдәләре һәм Рәхмәт кәлимәләренә лайыҡ булды.
9-сы синыф уҡыусыһы, төрлө конкурстарыбыҙҙа әүҙем ҡатнашыусы, күп мәҡәләләр авторы булған әүҙем егетебеҙ Илнур Ғөбәйҙуллин “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе” исемен алып ҡыуанды.
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназия-интернатындағы барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, айырыуса, “Аманат” журналы менән туҡтауһыҙ бәйләнештә булған, балаларҙы ижадҡа дәртләндергән педагог-библиотекарь Альмира Ғариф ҡыҙы Ибраһимоваға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге эшләй. Ошо белем биреү Үҙәгендә уҡыуҙа ла алдынғы, Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади конкурс һәм ярыштарҙың еңеүсеһе булған уҡыусылар уҡый. Улар үҙҙәренең ижадын “Аманат” журналы уҡыусылары менән дә уртаҡлаша. Күптәре йыллыҡ конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып, Маҡтау билдәләренә лайыҡ булды. Еңеүсе уҡыусыларыбыҙға бүләктәребеҙҙе тапшырыу өсөн Үҙәктең директоры Марат Фәрит улы Ямалетдинов менән осраштыҡ. Уҡыусыларының әҫәрҙәре “Аманат” журналында баҫылып сығыуына сикһеҙ ҡыуанысын белдерҙе һәм Республика балалары өсөн сыҡҡан баҫманың эстәлеге бай һәм сағыу биҙәлешле булыуы тураһында фекерен әйтте Марат Фәрит улы.
Бына шундай матур тәьҫораттар бирҙе Ишембай, Стәрлетамаҡ тарафтарындағы сәфәребеҙ. Киләсәктә лә беҙҙең дуҫлыҡ дауам итһен, “Аманат” журналын уҡыусы балалар йылдан-йыл артып торһон ине тигән изге теләктә ҡалабыҙ!
Зөбәржәт Яҡупова,
"Аманат" журналының яуаплы секретары.