-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль , 14:41

Юбилей кубогы сағыу булды!

"Атайсал" мәҙәни үҙәгендә сағыу ваҡиға – "ХХ Централ" командаһының юбилей кубогы үтте. Көлкө, ижад һәм дуҫтарса атмосфера был кисте ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ итте!Күп йылдар төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа бер береһе менән уйнаған егеттәр һәм ҡыҙҙар осрашты. 

Юбилей кубогы сағыу булды!
Юбилей кубогы сағыу булды!

25 февралдә "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә сағыу ваҡиға – "ХХ Централ" командаһының юбилей кубогы үтте. Көлкө, ижад һәм дуҫтарса атмосфера был кисте ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ итте!
Күп йылдар төрлө ҡалаларҙа һәм райондарҙа бер береһе менән уйнаған егеттәр һәм ҡыҙҙар осрашты. 

Еңеүселәр һәм номинациялар:

✨ Иң яҡшы шаяртыу - "Төньяҡ амурҙары", Т.Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты.
✨ "Аманат" балалар һәм үҫмерҙәр журналының махсус бүләге - "Сәтәкәй" 48се башҡорт лицейы , Өфө ҡалаһы
🎭 Иң яҡшы ир-егет роле - Айнур Ситдиҡов, "Балаяндар" командаһы, Нефтекама ҡалаһы башҡорт гимназияһы
🎭 Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле - Гөлзирә Мәзитова, "Тянбул" командаһы, Бөрйән районы

🥉 3 урын - "Етегән+1" (102 башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһы) һәм "ХХ Централ" (20 башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһы)
🥈 2 урын - "Тянбул" (Бөрйән районы) һәм "Балаяндар" (Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы )
🥇 1 урын - "4К", Ишембай районы, Кинйәбулат ауылы

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең сығыштарығыҙ тамашасыларға бик күп эмоциялар бүләк итте. Яңы еңеүҙәр, сағыу шаяртыуҙар һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам теләйбеҙ! #башҡортсаквн #шаянлига #башлига

 

Юбилей кубогы сағыу булды!
Юбилей кубогы сағыу булды!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: