Яуымбай мәктәбе һылыуҡайҙары
Бөрйән районының Яуымбай мәктәбендә 8 Март - Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнөнә арналған "Мәктәп гүзәле" конкурсы үтте.
Алып барыусы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы һәм конкурсанттарҙы матур байрам айҡанлы ҡотлағандан һуң, ҡатнашыусы ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырҙылар, конкурс этаптарындағы эштәрҙе үтәнеләр.
Ярыштарҙа мода күрһәтеү, "Иң матур прическа", "Матур һүҙҙәрҙе тап!"
уйыны, интеллектуаль һорауҙарға яуап биреү, ризыҡ исемдәрен белеү, тиҙ арала салат әҙерләү буйынса "Оҫтабикә" конкурсы үтте.
Конкурсанттар Розалина Азанғолова "Иң үткен һылыуҡай", Илүзә Вәлитова "Иң һәләтле һылыуҡай", Минзиә Вәлитова "Иң нәзәҡәтле һылыуҡай", Гөлнәзирә Вәлитова "Иң зирәк һылыуҡай", Элина Хәйбуллина "Иң наҙлы һылыуҡай", Алина Вәлиева "Иң сая һылыуҡай", Лиана Ҡарасурина "Иң тыйнаҡ һылыуҡай" номинациялары еңеселәре булдылар. Һәр береһе зирәк, сос, аҡыллы, тырыш, уңған булып сыҡтылар.
Һәр ярыш малайҙарҙың концерт номеры менән аралаш барҙы.
Ҡыҙҙар - илаһи заттар, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә улар.
Һәр береһе матур сығыштары менән ҡыуандырҙылар.
Илүзә Вәлитованың бейеүе, Ильяс Шәриповтың, бишенселәрҙең ҡотлау йырҙары көслө алҡыштар менән оҙатылды. Ғәҙел баһалама ағзалары Лилиә Булат ҡыҙы Шәрипова, Гөлнәфис Шамил ҡыҙы Хәйбуллиналар тарафынан һәр ҡатнашыусы үҙҙәренә тәғәйен номинация еңеүселәре булдылар.
Еңеүсе ҡыҙҙарыбыҙға иҫтәлекле бүләк һәм мәктәптең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Иҫтәлеккә фотоға төшкәндән һуң, сәй табыны ойошторолдо.
Барыһы ла матурлыҡ бөркөлгән саранан илһам алып таралышты.
Сәйҙә Сәйәхова, Яуымбай мәктәбенең укытыу тәрбиә эше буйынса етәксе урынбаҫары