-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель , 13:50

Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн

19 апрель — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан Совет халҡына ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең ҡорбандарын иҫкә алыу буйынса Берҙәм ғәмәлдәр көнө.

Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн

19 апрель — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан Совет халҡына ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең ҡорбандарын иҫкә алыу буйынса Берҙәм ғәмәлдәр көнө.

Ошо айҡанлы "Ваҡыты сикләнмәгән" исемле Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса төрлө саралар ойошторола. Республика балалар туризмын өйрәнеү үҙәгендә Өфөнөң 88-се мәктәбе кадеттары өсөн асыҡ дәрес үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереү музейы етәксеһе Рөстәм Ринат улы Иҡсанов алып барҙы.

Йәш быуын фашистарҙың совет халҡына ҡарата енәйәттәре тураһында тарихи дөрөҫлөктө белергә тейеш. Яу яландарында күпме халыҡ ҡырылған, ә концлагерҙарҙа ла бит миллиондарса кеше һәләк булған, араларында 2 миллионлаған бала... 

Рөстәм Ринат улы кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙе ғәйепләгән халыҡ-ара хәрби суд — НЮНБЕРГ ТРИБУНАЛЫ тураһында ла һөйләп үтте. Әйткәндәй, "Еңеү поезы"ның бер вагоны ошоға бағышланған. Германия нацистары етәкселәренә ҡаршы Нюнберг процесы бер йылға яҡын дауам итә.

Дәрестән һуң балалар өсөн мәғариф музейы буйлап экскурсия ойошторолдо. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған бүлмә лә бар. Һәр кем үҙе өсөн яңы мәғлүмәттәр һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды был саранан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина

Зөбәржәт Яҡупова фотолары

 

Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Йөрәктәрҙе һыҙлатҡан көн
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: