-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь , 12:21

Атлы Искәндәр

Искәндәр Ғәбитов тигән дүрт йәшлек шәп малайҙың бейегәнен күреп һуштар алынғайны бер заман. Рухын, башҡортлоғон шул тиклем сағыу күрһәтә белә бала. Башҡорт булып тыуғас, рухлы зыялылар нәҫеленән булғас ни...

Атлы Искәндәр
Атлы Искәндәр

Ат менмәгән башҡорт буламы? Искәндәр атта ла йөрөй икән. Өләсәһе Зөлфиә ханым һөйләүенсә, бөтә ейән-ейәнсәрҙәре лә бәләкәйҙән ат менеп өйрәнә.

Балаларым урыҫлаша, тип ҡайғыра инем. Башта уҡ-яндар килеп сыҡты. Бөтәһе лә ян алып, атырға өйрәнә башланы. Тик минекеләргә ул бик батманы. Ат менән йөрөй башлағайнылар, башҡорт булды ла киттеләр, Аллаға шөкөр. Русса һөйләшеп, атта йөрөп булмай күрәһең)) Бәләкәйҙәр ҙә башҡортса аралаша башланы”, – ти Зөлфиә Ғәбитова өләсәй.

Шамонинда аттар тотҡан, самауырлы тирмәләре, усаҡтары булған ғаилә йәшәй икән. Зөлфиә ханымдың ейән-ейәнсәрҙәре шунда барып атта йөрөргә өйрәнә. Балаларҙың тыуған көндәрен шунда үткәрәләр.

Ана, бер роликта Искәндәрҙең алты йәшлек ағаһын да атта йөрөргә өйрәтәләр. Малайҙар – малайҙар инде, ҡайтҡас бупылдашалар ти: “Ағай тотмаһын, мин уже йөрөй беләм бит”, – тип.

Фотоларҙа, роликтарҙа:

Искәндәр: “А-һааай, мин атта!”;

уның ике туған апалары Мәрйәм, Айя, Гөлсөм дә ат менеп йөрөргә бик ярата;

Искәндәрҙең алты йәшлек ағаһы Аминды атта йөрөргә өйрәтәләр.

Атлы Искәндәр
Атлы Искәндәр
Атлы Искәндәр
Атлы Искәндәр
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: