Ярышҡа мәктәп, район, зона этаптарын үткән зирәк балалар йыйылды. Ҡыҙҙар менән малайҙар үҙҙәренең актёрлыҡ һәләтен, сәнғәтте һөйөүен күрһәтте. Сығыш яһаусылар образдарҙы асырлыҡ зауыҡлы костюмдар кейгән. Геройҙар терелеп, сәхнәлә йәнләнеп киткәндәй булды.
Балаларҙың иҫ китмәле сығыштары һоҡландырҙы. Тамашасылар көлдө, ҡыуанды, һоҡланды. Сәхнәлә ҡеүәтле батырҙар, ҡөҙрәтле Йәнбирҙе, наҙлы Һомай, яуыз Шүлгән кәүҙәләндерелде. Ҡыҙҙар менән малайҙар ролдәрен шул тиклем оҫта, ышаныслы башҡарҙы, хатта бер аҙға улар батырҙарға әйләнгән кеүек булды.
Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар ҙа оҫталығы менән тамашасыларҙы әсир итте. Һәр һүҙ, һәр интонация, һәр хәрәкәт ижад емеше ине.
Мәшһүр эпосыбыҙҙы яңғыҙ башҡарыусыларҙан Баҡалы районы Мостафа ауылы мәктәбенән XI синыф уҡыусыһы Миләүшә Дусиева иң-иңе булып танылды.
Миләүшә эпосты иҫ киткес оҫта, тасуири итеп башҡарҙы, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр хатта таштарҙы иретерлек ине. Ҡыҙҙың тауышында батырлыҡ, ғорурлыҡ, тыуған ергә мөхәббәт яңғыраны.
Миләүшә сығышында:
– Был әҫәрҙә башҡорт халҡының тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Тарихи ҡомартҡыбыҙ менән танышыуым һәм уны ятлауым 2-се синыфтан башланғайны. Мин ун йыл буйы ятланым. Юлымда асыштар ҙа, еңелеүҙәр ҙә булды, әммә бирешмәнем, оҫталығымды камиллаштырып, һәр саҡ алға барҙым. Бына, ниһайәт, «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһемен! Еңеүемә ҙур өлөш индергән, туған телгә һөйөү уятҡан, кәңәштәре менән көслө иткән, дәрт-дарман өҫтәп торған, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Рәүис ҡыҙы Насироваға ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине.
Рушан Дауытов – Әбйәлил районын Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы уҡыусыһы. Ул Йәнбирҙе образын оҫта башҡарҙы:
– Ике көн дауамында беҙ экскурсияларға барҙыҡ, ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ. Күмертау ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ойошторолдо, музей күргәҙмәләре менән таныштыҡ. Ҡаланың тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында мәғлүмәт, бай тәьҫораттар алдым. Маҡтау ҡағыҙы алыуыма ныҡ шатландым. Киләсәктә лә эпостан айырылмаҫмын, тип уйлайым. Йәнбирҙе образын аңлатҡанда уҡытыусыбыҙ Люциә Азамат ҡыҙы, батыр олатайҙарыңды күҙ алдына килтер, тине.
Был ярышта бүләкләнеүселәр бихисап булды. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең
«Аманат» журналының призын тапшырҙыҡ. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Регина Мусаҡәлимова менән Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылының Хәсән Ғайсин исемендәге мәктәбенән Алһыу Рафиҡованы билдәләнек.
Хәҙерге заманда блогерлыҡ менән танылыусылар күп. Конкурста «Иң яҡшы блогер» номинацияһында еңеүселәр:
Рәхимова Наҙгөл, Өфө ҡалаһы 161-се лицей уҡыусыһы;
Теләүбаева Элина, Өфө ҡалаһы 123-сө лицей уҡыусыһы;
Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡаһарманова, Белорет ҡалаһы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы;
Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова, Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы. Уларҙың ижади эштәре менән VK социаль селтәрендә таныша алаһығыҙ.
Интернетта ла иң шәп Урал батыр өсөн тауыш биреү бик ҡыҙыу барҙы. Өфө районы Шамонин мәктәбенән Малик Миндийәровтың көйәрмәндәре күп булды. Махсус призды нәҡ уға Күмертау ҡалаһы шәхси эшҡыуары Илгиз Зәки улы Сабитов тапшырҙы.
«Урал батыр» эпосын ятлаған балалар ғүмергә етерлек аң-белем туплай һәм ата-бабаларҙың рухын яңырта, тигән башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев. Конкурста ҡатнашҡан һәр бала ошо ҡотто дауам итһен, халҡыбыҙҙың даланлы ил улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫһен!
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Күмертау ҡалаһы.
Еңеүселәр исемлеге менән “Аманат” журналының сайтында танышырға мөмкин. Сайтҡа QR-код аша күсергә мөмкин.
САЙТҠА ҡуйырбыҙ
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Йор һүҙле, оҫта телле йәш сәсәндәр араһында
I урынды яулаусылар:
Нәйлә Намаҙбаева, Әбйәлил районы Дәүләт ауылы «Тылсым» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе;
Искәндәр Лотфуллин, Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы;
Илзидә Ғиззәтуллина, Бөрйән районы Аҫҡар ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
Эльза Әхмәтханова, Борай районы Борай ауылы мәктәбе уҡыусыһы.
II урынды алыусылар:
Асия Мохтарова, Әбйәлил районы Хәлил ауылы «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
Искәндәр Һиҙиәтов, Ишембай районы Маҡар ауылы мәктәбе уҡыусыһы.
Зарифа Баһаува, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы Мөслим Әбсәләмов исемендәге мәктәп уҡыусыһы.
Зөһрә Солтанова, Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе уҡыусыһы.
III урын яулаусылар:
Яҙгөл Әхмәтова, Өфө ҡалаһы 252-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе;
Морат Аҙнабаев, Учалы районы Учалы ауылы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы;
Әминә Мөхәмәтшина, Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы;
Әхмәтшин Айсар, Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
Эвелина Миниярова, Әлшәй районы Сурай ауылы мәктәбе уҡыусыһы;
Эльвина Ҡазыханова, Салауат районы Янғантау мәктәбе уҡыусыһы.
«Ир-егет образын яҡшы башҡарыусы» номинацияһында:
Рушан Дауытов, Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының уҡыусыһы. Ул Йәнбирҙе образын оҫта башҡарҙы. |
Шамил Саттаров, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы мәктәбе уҡыусыһы Зәрҡүм образы менән йәлеп итте. |
Булат Вәлиев, Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһы уҡыусыһы, Әзрәҡә образын йәнләндерҙе.
«Ҡатын-ҡыҙ образын яҡшы башҡарыусы» номинацияһында: Әмирә Ғилманова, Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһы уҡыусыһы, Яҙгөл Ғафарова, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы. Улар икеһе лә Нәркәс образы өсөн билдәләнде.
«Иң яҡшы костюмлаштырылған образ» номинацияһында: Азалия Мусина, Белорет ҡалаһы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Уның Күк толпар образы әсир итте. Әлиә Хәйбуллина, Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы. Әлиәнең Һомайы таң ҡалдырҙы. Аэлита Ильясова, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы. Ул Аҡбуҙат образын оҫта һынландырҙы. |
Коллективтар араһында иң-иңдәр:
Баймаҡ ҡалаһының «Толпар» балалар баҡсаһы ;
«СМАРТ» 2-се республика күп профилле полилингваль гимназияһы ;
Әбйәлил районы Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы;
Өфө районы Шамонин ауылы урта мәктәбенең «Рух» ижади коллективы,
Дүртөйлө ҡалаһы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы;
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы;
Әбйәлил районы Таһир Күсимов исемендәге Асҡар ауылы гимназияһы;
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе;
Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы;
Балтас районының Иҫке Балтас ауылы 2-се урта мәктәбе;
Йылайыр районы Йомағужа ауылы урта мәктәбе;
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы урта мәктәбенең ижади коллективы.
ГРАН-ПРИ:
Борай районы Борай ауылының 1-се урта мәктәбе ижади коллективына Гран-при тапшырылды.
Римма БАЙМЫРҘИНА.