Компания Буранғол ауылында интернатта ятып уҡыған (быйыл уларҙың һаны 29) Шәрип, Мәйгәште, Юлдаш, Рыҫҡужа, Үтәгән ауылдары балалары уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн, буранғолдар яңы уңайлыҡтарҙан файҙаланһын өсөн 100 миллион һум аҡса бүлгән. Һәммәһенең шатлығын һөйләп аңлатып булмай, әлбиттә.
Балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ҡотларға Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев менән “Салауат” ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев килде.
– Уҡыусылар уңайлы, йылы бүлмәләрҙә, ял ғына түгел, спорт һәм ваҡытты дөрөҫ үткәреү өсөн бөтә шарттары булған бинала йәшәһен өсөн Буранғол интернатын ремонтларға булдыҡ, – тине Таһир Бәхтегәрәев. – Ошондай шарттар уларға тырышып уҡырға мөмкинлек бирер. Бөтә бүлмәләр заманса ҡорамалдар, кәрәкле инвентарь менән йыһазландырылды. Күп функциялы яңы кабинеттар, уңайлы ашхана барлыҡҡа килде, ихата матурлап яңыртылды.
Капиталь ремонт быйыл 6 июндә башлана. 1100 квадрат метр майҙанда бара эштәр. Иҫке бинаның стеналары ғына ҡала. Төҙөүселәр ғәмәлдә интернатты тотошо менән ҡабаттан һала. Эске яғы бөтөнләй башҡа төҫ ала. Подряд ойошмаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тренажерҙар ҡуйылған һәм көрәш өсөн тәғәйенләнгән ике спорт залын эшләп ҡуйған. Йәнә бейеү залы, ашнаҡ блогы, душ бүлмәләре, бәҙрәфтәр, торлаҡ бүлмәләр, музей, хеҙмәт кабинеты йыһазландырылған.
Буранғолдарҙы мәктәп интернаты бинаһында урынлашҡан фельдшер-акушер пунктын ремонтлау бигерәк ныҡ шатландырған. Интернаттың йылы ҡосағына балалар баҡсаһы ла күсеп сыҡҡан.
Интернатты асыу тантанаһында район башлығы Айрат Әминев төҙөүселәрҙең тырышлығын һәм оҫталығын маҡтап телгә алды. Буранғолда иң шәп шарттар тыуҙырылыуы тураһында һөйләне: хәҙер бында автобус та бар, заманса интернат асылды, ауыл халҡы оло иғтибар менән солғанған. “Быға ауыл халҡы лайыҡ, әлбиттә”, – тине башлыҡ.
Айрат Әминев инвесторға – “Салауат” ЯСЙ-һына рәхмәт белдерҙе, уңыштар теләне һәм ойошманың районда теркәлгәнлеген билдәләне.
Төҙөүселәр Ринат Тайыповҡа, Гөлмирә Тайыповаға, Гөлназ Нәбиуллинаға, Азат Сафиуллинға, Хәйҙәр Мәғәфүровҡа яҡшы эштәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яңы объектты күрергә тип БР Экология министрлығының Күҙәтеү советы ағзалары ла килгәйне. Улар араһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, тележурналист Рәмзиә Кәримова ла бар ине.
– Интернат – балаларҙың торлағы ғына түгел, ата-әсәләрҙең күңел тыныслығы урыны ла ул. Улар хәҙер белә: балалары йылыла, тамаҡтары туҡ, хәстәрлек менән солғап алынғандар. Лайыҡлы шарттар тыуҙырылған. Ә сифатлы белем алыу өсөн көслө педагогтар кәрәк. Бындағы балалар артабан яҡшы һөнәри белемдәр ҙә алырына ышанам – Буранғол электән үк киң танылыу алған мәктәп тамамлаусылары менән билдәле бит, – тине Рәмзиә Кәримова.
Ауылда интернаттың 40 йыл буйы нисек көн иткәнен яҡшы беләләр. “Күмер яға инек, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ветеран уҡытыусы Хәҙисә Рәйес ҡыҙы Хилалова. – Хөрмәтле Әхмәт Моратов менән Сибәғәт Килдейәровтың күпме көс түккәнен онотмайбыҙ. Шунан район хакимиәте тырышлығы менән газ үткәрелде. Ә бына капиталь ремонтҡа эш бер ҙә барып етмәй ине, ә ул ныҡ кәрәк ине. Хәҙер балалар баҡсаһы ла бында урынлашты – балаларыбыҙға нисек яҡшы! Тотош ауылыбыҙға байрам бит. “Салауат” ЯСЙ-һына ата-әсәләр, ауыл халҡы, педколлектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Бындайҙың булырына ышнмай инек, әммә улар беҙгә кемлеген күрһәтте”.
Сергей СЛОВОХОТОВ фотолары.