+15 °С
Болотло
Яңылыҡтар
11 Февраль , 04:45

Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

2026 йылда Рамаҙан айының 1-се көнө 18 февралгә тура килә. 17 февралдә, тимәк, кискеһен, ғөсөл ҡойоноп, ураҙа тота башларға ниәтләнеп ятабыҙ. Рамаҙан айы 19 мартта тамамлана. 20 март — Ураҙа байрамы.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллиАллаһу ғәләйһис-сәләм: “Әй мосолмандар, һеҙ оло бер мөбәрәк айға индегеҙ. Был ай — сабырлыҡ айы. Сабырлыҡтың сауабы Йәннәт буласаҡ. Иманлы бәндәләрҙең тормошона бәрәкәт, тәндәренә сихәт, ризыҡтарына муллыҡ бирер һәм ҡылған гонаһтарын ярлыҡар, күңелдәренә нур һалыр”, — тип әйткән.
Рамаҙан “яныу” тигәнде аңлата. Сөнки был айҙа ураҙа тотҡан һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары янғандай юҡҡа сыға.
Ураҙа – Исламдың биш шартының береһе. Тимәк, үҙен мосолман тип һанаған һәр кем Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тип мотлаҡ ураҙа тоторға тейеш.
Бәлиғ йәшенә етмәгән балалар ураҙа тотмай.
Ураҙаның файҙаһы бик күп:
1. Ун бер ай дауамында эшләгән ашҡаҙан һәм уға бәйле булған ағзалар ял итер һәм сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Тәндә тупланған көс ҡеүәтләнер;
2. Ураҙалы бәндә кеше күңелен ҡырмаҫ, һис кемде, хатта хайуандарҙы ла рәнйетмәҫ. Тирә-яҡтағыларға тик бәхет кенә өләшер;
3. Ураҙа ризыҡты киңәйтер, аҡсаның һәм малдың бәрәкәт артыр;
4. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһтары уртаҡ. Шуға ла Рамаҙан айында ошо гонаһтан йыраҡ торолор. Ураҙаң ҡабул булһын өсөн игелекле булырға, кешене ҡыйыр­һытмаҫлыҡ һүҙҙәр генә һөйләп йөрөргә кәрәк;
5. Ифтарға күрше-тирәңде, туғандарыңды, дуҫтарыңды саҡырыу менән дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәре ҡеүәтләнер.
Ҡыҫҡаһы, ураҙа тотоуҙың файҙаһы икһеҙ-сикһеҙ, ул тәнде лә, йәнде ла таҙарта, дауалай торған ғәмәл. Был изге айҙа ҡылынған яҡшы эшеңә сауабы арттырып яҙылыр. Күпмегә арттыр­ғанын бер Аллаһ Тәғәлә Үҙе белә.
Ураҙаның төп шарты – йылына бер тапҡыр ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән туҡталып тороу. Ураҙа тотоу өсөн иртән тороп ашаған ризыҡты — сәхәр, ураҙаны тамамлап, ауыҙ асҡанда ашағанды ифтар тиҙәр.
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, иртәнге намаҙға ярты сәғәт ҡалғас, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри Рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр!
Мәғәнәһе:
“Аллаһ Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк”.
Көнө буйы ашау-эсеүҙән тыйылып торғандан һуң, ҡояш байығас, ахшам намаҙы еткәс, һыу һәм берәй емеш менән ауыҙ асҡандан түбәндәге доғаны уҡыйбыҙ:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
Мәғәнәһе:
“Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!”

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас