

Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса федераль олимпиада старт алды. Башҡортостанда «Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса федераль уҡыусылар олимпиадаһы» проекты сиктәрендә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада инде биш йыл уҙғарылып килә.
Олимпиадаға 8-11-се синыф уҡыусылары саҡырыла. 2025-2026 уҡыу йылында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың һайлап алыу турында 778 уҡыусы ҡатнашты, шуларҙан 346 уҡыусы 2-се этапҡа үтте.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа илебеҙҙең 37 алдынғы университеты һәм ойошмаһы ҡатнаша. Ул Рәсәйҙең 72 төбәгендә һәм БДБ илдәрендә 57 профиль буйынса үткәрелә.
Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 75 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырған осраҡта, олимпиада дипломанттарына илдең юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә тейешле әҙерлек йүнәлештәренә льготалар алырға мөмкинлек бирелә. Үҙебеҙҙең Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингәндә иһә түбәндәге өҫтөнлөктәр бирелә:
“Педагогик белем биреү” һәм “Филология” йүнәлештәренә уҡыуға абитуриенттар һынауҙарһыҙ ҡабул ителә һәм уларға ҡунаҡхана тибындағы уңайлы ятаҡта урын бирелә. Ә иң ҙур бонус — бер йыл дауамында ай һайын студентҡа 60000 һум стипендия түләнә.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында әле студенттар һаны 1000-дән ашыу һәм унда шулай уҡ 10 сит илдән 20-гә яҡын милләт балаһы белем ала.
Факультеттың журналистика бүлегендә хәбәрселәр, ТВ һәм радио өсөн алып барыусылар, телеоператорҙар әҙерләйҙәр. Көнсығыш телдәре бүлеге студенттары бер юлы 6 тел өйрәнеп сыға: ҡытай, корей, япон, ғәрәп, төрөк, фарсы. Филология бүлегендә инглиз, бүтән сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән гид-тәржемәсе төркөмдәре бар. Быйыл факультетта 200 бюджет урыны ҡаралған.
Факультеттың шулай уҡ халыҡ бейеүҙәре ансамбле, этно-фольклор ансамбле, КВН командаһы, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе, Журналистика мәктәбе, “Умарта” медиаүҙәге, Экскурсиялар ойоштороу-ҡунаҡсыллыҡ үҙәге, студенттар гәзите, К. Хәкимов исемендәге шәрҡиәт үҙәге, “Шоңҡар” әҙәби-ижад, “КЛИП” публицистика, заманса бейеүҙәр түңәрәктәре бар.
Уҡыу алдынғыларына, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларға 30 мең һумға тиклем юғары стипендиялар ҙа ҡаралған. Бынан тыш, тап ошо факультет студенттары йыл һайын БР Башлығы, Рәсәй Хөкүмәте, М. Кәрим исемендәге грант, М. Аҡмулла, М. Кәрим, Р. Бикбаев, М. Зәйнуллин, Ж. Кейекбаев, М. Солженицын, А. Вознесенский исемендәге стипендияларға дәғүә итә ала.
Зилә Ғәлләмова.