+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
24 Май 2022, 09:11

Тәмле генә "Зебра" пирогы эшләп ҡарайыҡ

Буйлы-буйлы булған өсөн ҡара-аҡ юлаҡлы ҡырағай ат исемен биргәндәр. Ә пирогты әҙерләүҙе еп-еңел! Ә тәмлелегееее!!!

Тәмле генә "Зебра" пирогы эшләп ҡарайыҡ
Тәмле генә "Зебра" пирогы эшләп ҡарайыҡ

Кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан һөт, ярты стакан көнбағыш майы, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус), 1,5-2 стакан он һәм 2-3 аш ҡалағы какао.

Әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Һөт һәм көнбағыш майы өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо ла һалғас, тағы ла ҡуйырғансы болғатырға кәрәк. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәргә.
Артабан табаның уртаһына алмашлап икешәр аш ҡалағы ҡамыр ҡоябыҙ: тәүҙә ағын, унан һуң какао ҡушылғанын. Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөнә шырпы ярҙамында биҙәктәр яһарға була. 

"Зебра" пирогын 180 градуста 25-30 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле, өйҙәрегеҙ йәмле, күңелдәрегеҙ нурлы, ә үҙегеҙ "Аманат"лы булығыҙ, дуҫтар!

 

Тәмле генә "Зебра" пирогы эшләп ҡарайыҡ
Тәмле генә "Зебра" пирогы эшләп ҡарайыҡ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: