+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Замана һөнәрҙәре
6 Сентябрь 2022, 12:46

“Минең уҡытыусым”

ИҒТИБАР! КОНКУРС! “Аманат” журналы редакцияһы “Минең уҡытыусым” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә.

“Минең уҡытыусым”
“Минең уҡытыусым”

5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусы көнө!

 

“Аманат” журналы редакцияһы “Минең уҡытыусым” тип исемләнгән өр-яңы конкурс иғлан итә.

 

“Аманат” журналы йыл һайын, Уҡытыусы көнө айҡанлы, интернет-төркөмөндә “Минең уҡытыусым” исемле конкурс иғлан итә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалып, йөрәктән сыҡҡан мөлдөрәмә хис-тойғоларыбыҙҙы, түкмәй-сәсмәй, яратҡан уҡытыусыларыбыҙға юллайыҡ.

 

Матур фотолар менән байытылған яҙмаларығыҙҙы, #конкурс_минеңуҡытыусым хештегын ҡуйып, “Аманат” журналының “Бәйләнештәге” сайты төркөмөнә урынлаштырығыҙ.

Еңеүселәрҙе билдәләү буйынса мотлаҡ шарт: мәҡәлә менән бергә “Аманат” журналына 2023 йылға яҙылыу квитанцияһын да беркетергә.

ИҢ КҮП ЛАЙЫҠ ЙЫЙҒАН МӘҠӘЛӘ ЕҢЕҮ ЯУЛАЙ!

Мәҡәләләрегеҙҙең аҫтына исем-шәрифтәрегеҙҙе, район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Еңеүселәрҙе “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре, иҫтәлекле бүләктәр көтә. Иң яҡшы мәҡәләләр “Аманат” журналының октябрь һанында донъя күрәсәк.
Дуҫтар, конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Донъяла оло хөрмәткә лайыҡ иң изге кешеләребеҙ –  Уҡыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашығайыҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ 29 сентябрҙә яһаласаҡ.

 

Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләп,  “Аманат” журналы мөхәрририәте.

 

 

“Минең уҡытыусым”
“Минең уҡытыусым”
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: