Рәсәйҙә террористик хәүеф менән көрәштең яңы ысулы барлыҡҡа килде – мобиль интернетты сикләү йәки уның тиҙлеген ҡыҫҡа ваҡытҡа аҡрынайтыу.
Был сараның ниндәй кимәлдә һөҙөмтәле булыуы тураһында “Вести Интервью” программаһында Башҡортостан йәмәғәтселек именлеге ведомство-ара советы секретары, республиканың терроризмға ҡаршы комиссияһы аппараты етәксеһе Валерий Олейник һөйләне.
“Бер кемгә лә сер түгел, Украина боевиктарының һуңғы һөжүмендә Рәсәйҙең стратегик бомбардировщиктарына ҡаршы аэродромдар эргәһенән ебәрелгән FRY–дрондар файҙаланылды. Ә дошман беспилотниктарында – Рәсәй симкалары һәм улар мобиль интернет аша идара ителде. Шуға күрә был сара һөҙөмтәле – дошмандар ебәргән дрон мобиль интернет булмағанда идараһын юғалта һәм маҡсатына барып етмәй. Мобиль интернет шулай уҡ тоҫҡау өсөн алыҫҡа һөжүм итеүсе күпселек бепилотниктар тарафынан да файҙаланыла”, – тине Валерий Станиславович.
Ошо сара һөҙөмтәһендә хәрби бәйләнеш линияһында дошман еңелә һәм тиҙ сигенә.
“Рәсәйҙәрҙең фронттағы хәрәкәте ни тиклем шәберәк бара, енәйәтсел украин режимы башында шунса күберәк аҡылға һыймаған террористик идеялар тыуа”, – ти Валерий Олейник. Уның әйтеүенсә, “Рәсәй армияһы яу яланында украин хунтаһының аҡылға һыймаған бөтә һөжүмдәрен уңышлы кире ҡаға”.
“Тик шуны белергә кәрәк: дошман мәкерле, террорҙы ул үҙенең рәсәйҙәргә зыян килтерерлек берҙән-бер мөмкинлеге тип иҫәпләй һәм Рәсәй эсендә террористик һөжүмдәр әҙерләй. Шуның менән бергә FRY-дрондар бик түбән бейеклектә оса һәм уларҙы ғәҙәттәге саралар менән юҡ итеүе проблема тыуҙыра”, – тип аңлатты Валерий Станиславович. Уның белдереүенсә, “илдең тыныс йәшәгән ҡалаларында бындай диверсияларға әҙер булырға кәрәк”.
“Мобиль интернетты сикләү - Рәсәй симкаһы һәм навигацияһына эйә булған дошман дрондарының сәнәғәт, социаль, хужалыҡ һәм стратегик объекттарға барып етеүенә мөмкинлек бирмәүсе сара ул”, – тине етәксе.
Шуның менән бергә Валерий Олейник сикләүҙең сымлы интернетҡа ҡағылмауын белдерҙе, һүҙ бында мобиль интернет тураһында бара.
"Был – хәүефһеҙлектең аҡыллы сараһы, – тип аңлата Валерий Станиславович. – Әгәр беҙ тыныс ҡалаларҙа фажиғәләр булыуын теләмәйбеҙ икән, уңайһыҙлыҡтарға түҙергә тура киләсәк. Өҫтәүенә һүҙ бында сикләүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы булыуы тураһында бара һәм бөтә ерҙә лә мобиль интернет сикләнмәйәсәк”.
Фото:"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.
Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите.