-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
29 Ғинуар , 13:09

Киләсәгегеҙҙе боҙмағыҙ!

Яңыраҡ Рәсәй Оборона министрлығы бинаһын яндырырға йыйынған үҫмерҙе 7 йылға ултыртырға тигән суд ҡарары сыҡты. Тверь өлкәһенән 2011 йылғы бер малай телеграм аша украин террористик ойошмаһы ҡармағына эләгә. Кураторының ҡушыуы буйынса, объектҡа разведка үткәрә, шартлатҡыс тултырылған шешәләр әҙерләй.

Декабрҙә 14–18 йәшлек тағы дүрт егет шундай уҡ сәбәптән суд хөкөмөнә дусар булды.

Беҙҙә лә бер уҡыусы бала әле өйҙә ултыра,  сығыу тыйылған. Ул экстремистик чаттар ауына эләккән. Әле тикшереү бара.

Балалар, үҫмерҙәр йыш ҡына көслө психологик баҫым, манипуляциялар аҫтында ҡала. Уларҙы алдаштыралар, ҡурҡыталар, законһыҙ эштәргә ылыҡтырырға тырышалар.

Аҡыллы булығыҙ. Ят кешеләр менән бәйләнмәгеҙ. Хата аҙым яһап, киләсәгегеҙҙе боҙмағыҙ, балалар!

Видео: БР Терроризмға ҡаршы комиссия, БР буйынса ФСБ идаралығы, БСТ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас