-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
12 Февраль , 14:03

Республикала тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мәктәптәрҙе баһалаясаҡтар

10 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡалалары мәктәптәренең директорҙары менән осрашты. Осрашыуҙа белем биреү учреждениеларын террорҙан һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде.

— Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһы яңынан ҡарауға һәм көсәйтеүгә мохтаж. Беҙ балаларҙы яҡларға бурыслы. Уларҙың һаулығы, ғүмере, киләсәге беҙҙең дөйөм хәүефте алдан күрә белеүгә бәйле, — тине Радий Хәбиров. — Хәҙер беҙ ике мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ. Беренсеһе – мәктәптәрҙе физик һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләһе. Ошо йәһәттән эште яҡшыртырға кәрәк. Был маҡсатҡа өҫтәмә финанслау бүлербеҙ. Росгвардия менән дә контроль сараларын көсәйтеү тураһында һөйләшеп килештек. Икенсеһе – хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең техник сараларын яңыртыу буйынса эште дауам итербеҙ.

Үҫмерҙәр, бигерәк тә социаль яҡтан хәүефлеләр менән эште үҙгәртергә кәрәк, тине республика етәксеһе.

— Хәҙер беҙ мәктәптәрҙе тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле булған кире күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты иҫкәртеү һәм булдырмау эше буйынса ла баһалайбыҙ. Шул рәүешле эшегеҙҙе күреп торорбоҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына директорҙарҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына төбәктән өҫтәмә түләү мәсьәләһен тикшерергә, уларҙы уҡытырға, шулай уҡ мәктәптә психология хеҙмәтен яңыртырға ҡушты.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас