+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Антитеррор
27 Апреля , 07:31

Деструктив хәрәкәттәр менән ҡыҙыҡһынған 34 үҫмер асыҡланған

Быйылғы  дүрт ай эсендә 34 баланың тыйылған хәрәкәттәр эшмәкәрлегенә ҡағылышы булыуы асыҡланған. Атап әйткәндә, күбеһе скулшутинг таратыусы “Колумбайн”* хәрәкәтенә ылыҡҡан. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге хәбәр итә. * “Колумбайн” хәрәкәте террористик ойошма тип танылған һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында тыйылған.

Деструктив хәрәкәттәр менән ҡыҙыҡһынған 34 үҫмер асыҡланғанДеструктив хәрәкәттәр менән ҡыҙыҡһынған 34 үҫмер асыҡланған
Деструктив хәрәкәттәр менән ҡыҙыҡһынған 34 үҫмер асыҡланған

Быйылғы  дүрт ай эсендә 34 баланың тыйылған хәрәкәттәр эшмәкәрлегенә ҡағылышы булыуы асыҡланған. Атап әйткәндә, күбеһе скулшутинг таратыусы “Колумбайн”* хәрәкәтенә ылыҡҡан. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге хәбәр итә.

Быйылғы дүрт айҙа ошо тарафта эш иткән 38 кеше тотолһа, шуның 34-е – бәлиғ булмағандар.

“Асыҡланған үҫмерҙәрҙең күпселеге – Өфө һәм Стәрлетамаҡ мәктәптәре уҡыусылары. Улар араһында ун өс йәшлектәр – 9, ун дүрт йәшлектәр – 7, ун биш йәшлектәр – 8. Социаль селтәрҙәрҙе тикшереү һәм күҙәтеү барышында асыҡланыуынса, улар интернетҡа йә мессенджерҙарға һалған контент ошо тематика менән бәйле. Әлеге үҫмерҙәрҙең туранан-тура енәйәт ҡылыу ниәте юҡ, шуға ҡарамаҫтан, беҙ яуапһыҙ ҡала алманыҡ. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә рәсми иҫкәртеүҙәр сығарылды, 9 үҫмер психолог-психиатр тикшереүе үтергә ебәрелде, ата-әсәләргә административ протоколдар төҙөлдө”, – тип һөйләгән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән кәңәшмәлә Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге начальнигы Тимур Назыров.

Үҙәк хоҡуҡҡа ҡаршы контентты бикләү, үҫмерҙәрҙе һәр төрлө енәйәттәргә, диверсияларға ылыҡтырыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе асыҡлау  буйынса Роскомнадзор менән хеҙмәттәшлек итә.

* “Колумбайн” хәрәкәте террористик ойошма тип танылған һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында тыйылған.

Сығанаҡ: Башинформ.  

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас