+13 °С
Облачно
Антитеррор
30 Апреля , 09:00

Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте көсәйтәләр

Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҡағиҙәләре яңыртылған.  Был эш республика Башлығы Радий Хәбиров сығарған Указға ярашлы алып барыла.

Башҡортостан мәктәптәрендә  хәүефһеҙлекте көсәйтәләрБашҡортостан мәктәптәрендә  хәүефһеҙлекте көсәйтәләр
Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте көсәйтәләр

Төп талап – һаҡты көсәйтеү. Хәҙер юғары хәүеф категорияһына ингән мәктәптәрҙә көндөҙ ҡораллы һаҡ эшләргә тейеш. Төнгө һаҡ ҡоралһыҙ була.  Һаҡсылар махсус саралар, шул иҫәптән бығау, граждандарға рөхсәт ителгән ҡоралдарҙы ҡуллана ала.

Шулай уҡ инеү  режимының берҙәм ҡағиҙәләре һәм террорға ҡаршы һаҡ буйынса тәҡдимдәр эшләнгән. Мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү, иғлан итеү системалары эшләй, көтөлмәгән хәлдәрҙә эш итеү күнекмәләре үтә. Яуаплылыҡ әүәлгесә белем биреү учреждениеларының етәкселегенә һалына.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас