

Был көндө ил Беслан ҡалаһындағы 2004 йыл 1 сентябрь фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә ала.
...Уҡыу йылы башланыу уңайынан Бесландың 1-се мәктәбендә тантаналы линейка бара. Әммә шул мәл ҡораллы террорсылар мәктәпте баҫып ала. Мәктәп миналана, яуыздар бер кемде лә сығармай. 1000-дән ашыу уҡыусы, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар террористарҙың ҡорбаны хәлендә ҡала. Өс көн буйы уларҙы һыуһыҙ, ас тоталар.
3 сентябрҙә “Альфа” һәм “Вымпел” махсус тәғәйенләнештәге подразделениелары ҡатнашлығында бина штурмға алына.
Террорсыларҙың ҡанлы һөжүменән 334 кеше һәләк була, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлә.

