+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Февраль 2023, 13:37

Алиса түгел, ә Һомай: яҡташыбыҙ башҡорт телендәге аҡыллы колонка проектын эшләй

Республикала йәшәүселәр тиҙҙән башҡортса һөйләшә белгән аҡыллы колонка менән ҡуллана башларға мөмкин. Проектты Өфө программисы Айгиз Ҡунафин әҙерләгән.  

Тәүҙә Һомай исемле колонка «өйҙән» эшләгән уҡытыусылар өсөн ярҙамсы программа итеп булараҡ уйланылған. Был эшкә Айгиз пандемия осоронда тотонған. Өйгә эште тикшереүҙе еңеләйтергә теләгән. Уҡытыусылар класс чаттарында өйҙә бирелгән эштәрҙе тикшереп ултырмаһын өсөн процесты автоматлаштырырға кәрәк тигән фекергә килгән. Уҡыусы онлайн-платформаға тауышлы хәбәр ебәрә, ә ярҙамсы уҡытыусыға уның текст вариантын күрһәтә. Шунда уҡ хаталарын да таба. 

Программист сайттың проектын бойомға ашыра алмаған, әммә шул ваҡытта онлайн-киңлектә тауыш командаларын таныу буйынса башҡортса ғына түгел түгел, хатта рус телендә лә бушлай ресурстар булмауы асыҡланған. Шуға күрә Айгиз Ҡунафин төркөм йыйып, башҡортса текстар уҡытып, шулар нигеҙендә программаны туған телде танырға өйрәткән.

Пандемия тамамланғас, уҡыусылар белем биреүҙең офлайн форматына күскән, ә яҡташыбыҙ, үҙенең программаһын ҡулланып, аҡыллы колонка эшләргә ҡарар иткән.

«Аҡыллы ассистент текст менән яуап бирә. Яуаптарҙы тауышлы итеү өсөн өҫтәмә финанслау талап ителә. Хәҙер миңә кешеләр колонкаға ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнен аңларға кәрәк. Сөнки бот фәндең һәм тормоштоң бөтә өлкәләрендәге һорауҙарға яуап бирә. Ә бына, мәҫәлән, «Белоретта һауа температураһы ниндәй» тигән һорауға яуабы юҡ, сөнки әлегә бындай мәғлүмәтте эҙләй белмәй», – ти Айгиз.

Ни өсөн аҡыллы станцияға киң таралған исем, мәҫәлән, Айгөл, тип  ҡушмағандар, тигән һорауға колонканың «атаһы», милли колоритҡа баҫым яһарға теләнем, тине. Һомай – башҡорт халҡының бөйөк «Урал батыр» эпосы персонажы.

«Ул әҫәрҙәге ыңғай персонаж, өҫтәүенә, бик матур исем. Башҡорт телендәге «Һ» өнө лә бар, был бик мөһим ине. Сөнки идея шундай: башҡорт колонкаһы менән файҙаланалар икән, башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтә белергә тейештәр. Ниндәйҙер кимәлдә был телебеҙҙе пропагандалау, уны хөрмәт итһендәр, яратһындар һәм һоҡланһындар өсөн», – ти Айгиз Ҡунафин.

Тәүге һынау өлгөһөнөң ҡасан тулыһынса әҙер буласағын Айгиз әйтергә ҡыйынһына. Ләкин ул колонканың киләсәге барлығына ышана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-10/ne-alisa-a-omay-ufimets-razrabatyvaet-bashkiroyazychnyy-analog-umnoy-kolonki-3137505

Автор:Ләйсән Закирова

Алиса түгел, ә Һомай: яҡташыбыҙ башҡорт телендәге аҡыллы колонка проектын эшләй
Алиса түгел, ә Һомай: яҡташыбыҙ башҡорт телендәге аҡыллы колонка проектын эшләй
Алиса түгел, ә Һомай: яҡташыбыҙ башҡорт телендәге аҡыллы колонка проектын эшләй
Алиса түгел, ә Һомай: яҡташыбыҙ башҡорт телендәге аҡыллы колонка проектын эшләй
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: