Бөгөн халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө. "Аманат"тың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов Республика балалар клиник дауаханаһына журналдар бүләк итте.
Ҡасандыр Рәзил Айрат улы үҙе лә был дауаханала ярты йыл буйы дауаланған ине. Ул заман башҡортса китаптар, гәзит журналдар булманы тиһәк тә була. Шуға ул ауыр бала сағын иҫләп бөгөнгө көндә бында дауаланған балалар яратҡан журналынан айырылмаһын тип был изге эште башҡарып ҡуйҙы.