Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортона "Аманат" журналдарын бүләк иттек.
Был изге эште журналдың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов менән яуаплы сәркәтиб Зөбәржәт Яҡупова башҡарҙы. Ярты йыл буйына балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр "Аманат" журналы менән бергә буласаҡ. Артабан да был эште дауам итербеҙ, ти "Аманат"тар.