+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Февраль 2023, 17:05

Башҡортостан Милли музейы Пушкин картаһы тотоусыларға уникаль проекттар тәҡдим итә

Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән «Пушкин картаһы» программаһы эшләй. Ул балаларға һәм йәштәргә үҙҙәре йәшәгән төбәктең, илдең бик күп мәҙәни ойошмаларына әүҙем йөрөү мөмкинлеге бирҙе. Әлеге программа сиктәрендә Башҡортостан Милли музейы «Өфөнө яулап» һәм «Музей десанты» проекттарын тәҡдим итә.

Башҡортостан Милли музейы Пушкин картаһы тотоусыларға уникаль проекттар тәҡдим итә
Башҡортостан Милли музейы Пушкин картаһы тотоусыларға уникаль проекттар тәҡдим итә

Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән «Пушкин картаһы» программаһы эшләй. Ул балаларға һәм йәштәргә үҙҙәре йәшәгән төбәктең, илдең бик күп мәҙәни ойошмаларына әүҙем йөрөү мөмкинлеге бирҙе. Әлеге программа сиктәрендә Башҡортостан Милли музейы «Өфөнө яулап» һәм «Музей десанты» проекттарын тәҡдим итә.

«Өфөнө яулап» экскурсион-белем биреү программаһы Пушкин картаһы тотоусыларҙы баш ҡала музейҙары һәм Өфө буйлап сәйәхәткә саҡыра. Экскурсия төбәктең тарихын һәм бөгөнгөһөн һөйләүсе, уның рухи һәм материаль культураһын яҡтыртыусы мәҙәни усаҡ - Башҡортостандың Милли музейы менән танышыуҙан башлана. Музейҙың 35 экспозиция залында республиканың тәбиғәте, хайуандар һәм ҡоштар донъяһы, файҙалы ҡаҙылмалары менән таныштырған, төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған, Башҡортостандың тарихын һәм бөгөнгөһөн һөйләгән экспонаттар урынлашҡан. Әйткәндәй, музей урынлашҡан бинаның үҙе үк бай тарихлы архитектура һәйкәле булыуы экскурсияны тағы ла байыта.

«Өфөнө яулау» иһә Дуҫлыҡ монументынан башланып, ҡаланың тарихи үҙәге буйлап бай программалы экскурсия менән дауам итә. Сәйәхәт барышында ҡунаҡтар ҡаланың архитектура ҡомартҡылары, тарихи ваҡиғаларға бәйле урындар һәм биналар, хәҙерге заман архитектура асыштары менән танышасаҡ, республиканың һәм илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре тураһында бай мәғлүмәт туплаясаҡ. Баш ҡала ҡунаҡтарын шулай уҡ А. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында ла бай программа, музейҙарҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм тәмле аш-һыу көтә.

«Өфөнө яулап» экскурсион программаһы Пушкин картаһы тотоусыларҙың баш ҡалаға килеүҙәрен күҙаллаһа, «Музей десанты» проекты сиктәрендә музей хеҙмәткәрҙәре республиканың төрлө төбәгенә үҙҙәре бара. Уҡыу йорттарында үткән дәрестәр ваҡытында Башҡортостан Милли музейы фондында һаҡланған тарихи экспонаттар файҙаланыла. «Музей десанты» үҙе менән республиканың файҙалы һәм археологик ҡаҙылмалары өлгөләрен, Еңеү наградаларын, Боронғо Урал яугирының һуғыш ҡоралдарын, бик күп серле әйберҙәр менән тулы «Өләсәй һандығын» һәм башҡа күп төрлө әйберҙәр алып килә. Һәр береһе уникаль тарихҡа эйә булған экспонаттарҙы тотоп, кейеп ҡарарға мөмкин.

«Өфөнө яулап» һәм «Музей десанты» проекттары уҡыу программаһын тәрәнәйтеп өйрәнергә, китаптарҙа яҙылмаған мәғлүмәттәрҙе белергә, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтергә булышлыҡ итә. Балалар республика һәм ил тарихы, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәйеше, уларҙың мәҙәни үҙенсәлектәре менән яҡындан танышыу мөмкинлеге ала.

Башҡортостан Милли музейы тәҡдим иткән проекттар менән республиканың күп район һәм ҡала мәктәптәре, уҡыу йорттары танышты һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Төбәктең башҡа белем усаҡтарын да «Өфөнө яуларға» һәм «Музей десантын» ҡабул итергә саҡырабыҙ. Мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы, сағыу программалы проекттар һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк. Программалар тураһында тулы мәғлүмәт менән Башҡортостандың Милли музейы сайтында танышырға була.

Автор:Гөлназ Манапова, БР Милли музейының үҫтереү бүлеге редакторы
Читайте нас: