+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Март 2023, 12:29

Саф һауа-йәнгә дауа.

Азаматова Алтынай Баймаҡ районының Беренсе Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы, «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзаһы. Синыфташтары менән тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыуҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәлә ебәргән.

Саф һауа-йәнгә дауа.
Саф һауа-йәнгә дауа.

        Тәбиғәткә яҡын булыу, күңелеңде байытыу һәм матурлыҡты күрә белеү өсөн иң яҡшыһы – сәйәхәткә сығып китеү. Бер тапҡыр сәйәхәт тәмен татыған кеше унан башҡаса айырылмай, тиҙәр.Бына ошондай маҡсаттар менән мин, Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзаһы булараҡ ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алырға ойошторолған  экскурсияға ихлас ҡушылдым. Түңәрәк ағзаларынан тыш, класташтарым, саңғы спортын үҙ итеүселәр бергә йыйылдыҡ.Сөнки  тәбиғәттең алмашынған мәлендә ошондай походтар төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тиҫтерҙәр менән аралашырға, бер-береңә ярҙам итергә өйрәтә. Ә бит күп балалар, буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Ялдың ошондай әүҙем төрө үҫмер балаларҙа аң-даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә тип уйлайым.

Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп саңғы шыуып, күңелле ял иттек. Йәш урмансылар илектәргә миңдектәр элергә онотманыҡ. Сөнки быйылғы йылда ҡарҙың ҡалын булыуын иҫәпкә алғанда, уларға ризыҡ табыуы ҡыйын.

 Артабан беҙ физик культура уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы бешергән телде йоторлоҡ былауҙы тәмләп, күстәнәстәр менән эҫе сәй эсеп, бик ҡәнәғәт таралыштыҡ.

    Экскурсия ойошторған классе етәксем Миңлегел Төхвәт ҡыҙына, урман хужалығы түңәрәге етәксеһе Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙына, спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе Йортбәков Рәсих Рәсүл улына һәм ярҙам итеүсе беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ Гөлсинә Рәүил ҡыҙы Йортбәковаға һәм Ҡасҡынова Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

                                Азаматова Алтынай Баймаҡ районының Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзаһы.

Саф һауа-йәнгә дауа.
Саф һауа-йәнгә дауа.
Автор:аманат
Читайте нас: