Ризыҡтар әҙер булғас, уларҙы махсус ҡаптарға һаласаҡтар. Ҡаптарҙың тышына “Үҙебеҙҙекеләргә милли аҙыҡтар” тигән яҙыу йәбештерелә. Ҡаптар гуманитар конвой менән МХО зонаһына оҙатыласаҡ. Шуға күрә бөтә ризыҡ оҙаҡ һаҡланыусан булырға һәм юлда мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа тейеш. Ватылып, һытылып, йәмшәйеп, боҙолоп бөтә торған ризыҡтарҙы оҙон юлға ебәреп булмай бит инде.
Сара Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү йылы уңайынан үткәрелә. Уны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған.