-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
18 Апрель , 13:07

Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” тигән почет билдәһен алыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ғаризаларҙы 25 апрелгә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Ә ниндәй билдә һуң ул? Бәлки, белмәгәндәр барҙыр? Ошо билдә хаҡында һөйләйбеҙ.

Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө
Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө

“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” тигән почет билдәһен алыуға ғаризалар ҡабул ителә. Ғаризаларҙы 25 апрелгә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Ә ниндәй билдә һуң ул? Бәлки, белмәгәндәр барҙыр? Ошо билдә хаҡында һөйләйбеҙ.

Ирекмәндәр – ихласлыҡ, изге күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, эскерһеҙлек өлгөһө. Улар бер ниндәй түләү көтмәй, бары тик йөрәк ҡушыуы буйынса эргәһендәргә күңел йылыһын, хәстәрлеген өләшә. Уларҙың хеҙмәте рәхмәттәргә һәм баһаларға лайыҡ.

2020 йылда республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров БР Башлығының “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәһен булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя. Был билдә республикала йәшәүселәргә, башҡа төбәктәр йә сит илдәр кешеләренә тапшырыла ала, тик уларҙың Башҡортостанда кәм тигәндә бер йыл ирекмәнлек эше алып барыуы шарт. Иң мөһиме – эшмәкәрлек мөһим, күләмле булырға, кешеләргә ҙур файҙа килтерергә тейеш.

2023 йылдың яҙында тәүге тапҡыр награда бер төркөм ирекмәнгә тапшырыла. Шунан алып барлығы 286 ирекмән Почет билдәһенә лайыҡ булған.

Фотоларҙа (Башинформ) - ирекмәндәр тормошонан күренештәр.

Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө
Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө
Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө
Ирекмәндәр - изгелек өлгөһө
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас