+29 °С
Облачно
Конкурстар
7 Сентября , 15:40

Яҡшы тауарҙы танырға өйрән һәм башҡаларҙы ла өйрәт

Балаларға тауарҙар хәүефһеҙлегенә арналған  Бөтә Рәсәй балалар һүрәте конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр.

Яҡшы тауарҙы танырға өйрән һәм башҡаларҙы ла өйрәтЯҡшы тауарҙы танырға өйрән һәм башҡаларҙы ла өйрәт
Яҡшы тауарҙы танырға өйрән һәм башҡаларҙы ла өйрәт

Балаларға тауарҙар хәүефһеҙлегенә арналған  Бөтә Рәсәй балалар һүрәте конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Конкурс эштәрен Милли сифат институты ҡабул итә.

Рәсәйҙең бәләкәй рәссамдарының быйылғы ижади марафоны  «Хәүефһеҙ тауарҙар. Үҙ-үҙенә ышанған ҡулланыусылар» девизы аҫтында үтә.  

Конкурс 4–14 йәшлек балаларҙың ижад аша сифатлы  тауарҙар һайлап  өйрәнеүенә, ҡулланыусы булараҡ хоҡуҡтарын белеүенә һәм яуаплылыҡ мәҙәниәтен үҙләштереүенә булышлыҡ итә.  

Ҡатнашыусылар һүрәттәрҙә аҙыҡ-түлектән башлап уйынсыҡтарға тиклем көндәлек тормошта хәүефһеҙлекте күрһәтергә тейеш.

Конкурс эштәре 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Йомғаҡлау һәм наградалар тапшырыу: 2026 йылдың 12 ноябре.  

Һүрәттәр теләгән бер техникала  (акварель, гуашь, ҡәләм, фломастер йә ҡатнаш) эшләнелә ала, форматы А3-тән артмаһын.  Бер ҡатнашыусынан бер генә эш ҡабул ителә.  

Ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм һүрәттең фотоһын йә скан-күсермәһен  электрон почтаға ебәрергә: info@doverie-potrebitelei.ru  

Эш беркетелгән хатҡа авторҙыңфамилияһы, исеме һәм атаһының исеме; баланың йәше; эштең атамаһы яҙыла.

Шарттар, талаптар конкурстың Положениеһында яҙылған: https://национальный-конкурс.рф/shablondlyaformspromoaktsiey/  

Иң яҡшы эштәр өсөн I, II һәм III дәрәжә еңеүсе дипломы, шулай уҡ  Милли сифат институтының махсус приздары тапшырыла. Лауреаттарҙың эштәре ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлаусы федераль мәғлүмәт ресурстарына трансляцияланған цифрлы күргәҙмәләргә инәсәк.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас