-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Июль 2021, 09:38

Өфөгә CIOFF ® президенты Филипп Боссан килде

Өфө аэропорты Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршылауҙы дауам итә. Рәсми визит менән республикаға Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары CIOFF® советы президенты Филипп Боссан килде.

"Башҡортостан, Өфө, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия ваҡытында был айырыуса еңелдән булманы. Беҙ Өфөнө һайланыҡ, сөнки төбәктә бындай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороу тәжрибәһе ҙур булыуын беләбеҙ. Фестивалдең 40-ҡа яҡын илде туплауына һәм был ҙур проектты бергәләп башҡарыуыбыҙға беҙ шатбыҙ ", – тине CIOFF ® президенты Өфөгә килеп төшөү менән.

Фольклориадала шулай уҡ CIOFF ® рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи һәм ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил ҡатнаша. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә донъяның 37 иленән 1100-гә яҡын артист ҡатнашлығында уҙасаҡ. Фестиваль программаһы Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһының 22 муниципалитетында ҡаралған.

Читайте нас