-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Июль 2021, 15:50

Иң һөйкөмлө ҡыҙға тауыш бир

Дуҫтар! "Майай һылыуы"нда һәм артабанғы айҙарҙа ла тауыш биреү иҫәбенә билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһын билдәләмәҫкә булдыҡ. Еңеүсе тик тауыш биреү юлы менән генә билдәләнәсәк! "Майай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ :

Иң һөйкөмлө ҡыҙға тауыш бир
Иң һөйкөмлө ҡыҙға тауыш бир

Дуҫтар! "Майай һылыуы"нда һәм артабанғы айҙарҙа ла тауыш биреү иҫәбенә билдәләнә торған "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһын билдәләмәҫкә булдыҡ. Еңеүсе тик тауыш биреү юлы менән генә билдәләнәсәк!

"Майай һылыуҡай"ҙары менән танышайыҡ :

Нәргизә Дәүләтбаева, Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан: "Миңә - 2 йәш. Апайым менән ҡурсаҡ уйнарға яратабыҙ, инәйемә өй йыйыштырышабыҙ, атайым менән машинала елдерергә яратам" - ти ул.

Әминә Суфиянова, Аҫҡын районының Солтанбәк ауылынан: "Миңә- 4 йәш. Атайым менән әсәйемә ярҙам итергә яратам, апайҙарҙан китап уҡытырға яратам. Улар менән бейейбеҙ, һүрәттәр төшөрөргә яратам" ти һылыуҡай.

Асель Хәмиҙуллина, Өфө ҡалаһынан: " Мин буш ваҡыттарымда һүрәт төшөрәм, йырларға һәм бейергә яратам. Киләсәктә табип буласаҡмын" ти ул.

Сабина Мөхәмәтдиновна, Салауат ҡалаһынан:" Миңә - 6 йәш. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейергә, шиғырҙар ятларға яратам. Киләсәктә әртис булырға теләйем" ти ул. 

Сатира Кинйәбулатова, Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан." Миңә - 7 йәш. Бейергә, йырларға, һүрәт төшөрөргә, пазл йыйырға яратам" - тип яҙа матурҡай. 

Читайте нас