-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Июль 2021, 20:45

CIOFF Президенты Филипп Боссан башҡортса һөйләне!

VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән CIOFF Президенты Филипп Боссан тәбрикләне. 

CIOFF Президенты Филипп Боссан башҡортса һөйләне!
CIOFF Президенты Филипп Боссан башҡортса һөйләне!

VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән CIOFF Президенты Филипп Боссан тәбрикләне. 

“Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк. Бөгөн Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡсыл Башҡортостанда үтә. Беҙҙең өсөн был сараның Евразия йөрәгендә, Европа менән Азия ҡушылған ерҙә үтеүе ҙур ғорурлыҡ. 

Башҡортостанда күп милләтле халыҡ йәшәй. Беҙ төрлө-төрлө: мәҙәниәтебеҙ төрлө, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә айырыла, әммә бергәбеҙ, берҙәмбеҙ. Илдәребеҙ сиктәргә бүленеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең дуҫлашҡыбыҙ, яратҡыбыҙ, бер-беребеҙҙең яҡшы сифаттары менән танышҡыбыҙ килә. Фольклориадаға йыйылған төрлө илдәр вәкилдәре был саранан тик ыңғай тәьҫораттар һәм яңы дуҫтар менән ҡайтыр тигән өмөттәмен”, - тине Радий Хәбиров.

Филипп Боссан барыһын да CIOFF халыҡ-ара ойошмаһы исеменән тәбрикләне һәм Фольклориаданың килеп сығыу тарихы, уның әһәмиәте менән таныштырҙы. “Бындай саралар матди булмаған мәҙәни мираҫтарҙы һаҡлау, ошо мираҫ вәкилдәрен бер урынға туплай маҡсатында булдырыла”, - тине ул.

Президент ошондай ҙур масштаблы, киң офоҡло, ҡатмарлы сараны ойоштороуҙы атҡарып сыға алған барыһын да ҡотланы, уларҙың хеҙмәтен юғары баһаланы, һәм... көтөлмәгән бүләк яһаны – саф башҡортса һөйләп ебәрҙе! Филипп Боссандың башҡортсалап ҡурай уйнарға, халыҡ моңдарын дауам итергә саҡырыуы зал тарафынан көслө алҡыштарға күмелде.

Бөтә донъя фольклориадаһы дауам итә. Алдағы теүәл бер аҙнаға бай, сағыу саралар ҡаралған, улар Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың 22 районында үтә. 

Читайте нас