-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
3 Июль 2021, 11:17

Өфөлә Фольклориада мәлендә Рәсәйҙең Тағунға ҡаршы фәнни-тикшеренеү үҙәге белгестәре эшләйәсәк

Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлдәге күләмле сараға донъяның 37 иленән ҡунаҡтар килде. Радий Хәбиров белдереүенсә, Республика халҡына бер ниндәй хәүеф янамай.

Санитар талаптарҙы үтәүгә ныҡлы иғтибар бирелеүе байрамды тыныс һәм имен шарттарҙа уҙғарыу мөмкинлеге бирә. Сирҙе халыҡ күп йөрөгөн башҡа урындарҙа, шул уҡ һыу инеү зоналарында эләктереү ихтималлығы нығыраҡ, тине Радий Фәрит улы. Ә Фольклориада сағыу, мәҙәни сара, ул Башҡортостанды донъяуи майҙанда танытырға булышлыҡ итәсәк.

Радий Хәбиров Башҡортостанда коллектив иммунитет булдырыу бурысын ҡуйҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, вакцина эшләтеү тураһында ялған белешмәләр һәм сертификаттар таратыусыларҙы асыҡлау менән менән беренсе сиратта хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнергә тейеш. Әле иһә төп маҡсат булып вакциналар менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү бурысы тора.

Шулай уҡ яңы сикләүҙәрҙе ғәмәлгә индереү ваҡыты ла бер аҙнаға күсерелә. Йәғни йәмәғәт туҡланыуы урындарында вакцинация сертификаты 12 июлдән генә талап ителә башлай. Был рестораторҙарҙың үтенесе буйынса, тине Радий Хәбиров.

Фольклориада мәлендә сирҙе йоҡтороу теркәлгән осраҡта обсерватрҙар әҙерләнгән. Бынан Республикала байрам мәлендә Рәсәй тағунға ҡаршы фәнни-тикшеренеү үҙәге белгестәре эшләйәсәк.

Читайте нас